Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡайһы бер министрлыҡтарҙың атамаһын үҙгәртте

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡайһы бер министрлыҡтарҙың атамаһын үҙгәртте https://bash.news/news/108556_respublika_bashlyy_radij_xbirov_ajy_ber_ministrlytary_atamayn_grtte
28 окт 2019, 12:23

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты икегә бүленде – Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Туризм буйынса дәүләт комитеты барлыҡҡа килде. Иҡтисади үҫеш министрлығы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы итеп үҙгәртелде.

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡайһы бер министрлыҡтарҙың атамаһын үҙгәртте
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡайһы бер министрлыҡтарҙың атамаһын үҙгәртте

Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы урынына Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы була. Мәғариф министрлығы Мәғариф һәм фән министрлығы булараҡ эшләй. Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты урынына Дәүләт идаралығының цифрлы үҫеш министрлығы барлыҡҡа килде. Социаль-иҡтисади үҫеште мониторинглау буйынса дәүләт комитеты Конкуренция сәйәсәт буйынса дәүләт комитетына әйләнде.

Юлдаш
Новости партнеров