Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте https://bash.news/news/108558_radij_xbirov_bashortostan_xkmtene_yay_sostavyn_ilan_itte
28 окт, 13:30

Республика Министрҙар кабинетында 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, 4 идаралыҡ, бер агентлыҡ һәм бер дәүләт инспекцияһы булдырылды. Конституцияға буйынса, Радий Хәбиров Хөкүмәтте үҙе етәкләй. Уның 9 урынбаҫары була. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫарҙары вазифаһына Андрей Назаров һәм Илшат Тажетдинов тәғәйенләнде. Илшат Тажетдинов Республика Хөкүмәте Аппараты етәксе вазифаһында да атҡара.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте
Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте

Хөкүмәттә 7 вице-премьер була. Улар: Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев, Фәнүр Йәғәфәров, Рөстәм Моратов һәм Ирек Сәғитов.

Эксперттар Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын нисек баһалай? Философия фәндәре кандидаты Зөфәр Тимербулатов фекере.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте

“Был команда республика иҡтисадын күтәреүгә һәләтле”, тип иҫәпләй иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйеғәлиев.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте

Яңы Хөкүмәттә йәштәр ҙә, оҙаҡ йылдар эшләп килгән тәжрибәле кешеләр ҙә бар, ти политолог Сергей Лаврентьев.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡайһы бер министрлыҡтарҙың атамаһын үҙгәртте. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты икегә бүленде – Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Туризм буйынса дәүләт комитеты барлыҡҡа килде. Иҡтисади үҫеш министрлығы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы итеп үҙгәртелде. Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы урынына Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы барлыҡҡа килә. Мәғариф министрлығы хәҙер Мәғариф һәм фән министрлығы була. Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты урынына Дәүләт идаралығының цифрлы үҫеш министрлығы барлыҡҡа килде. Социаль-иҡтисади үҫеште мониторинглау буйынса дәүләт комитеты Конкуренция сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тип аталды.

Юлдаш
Новости партнеров