Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын Радий Хәбиров үҙе башҡарасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын Радий Хәбиров үҙе башҡарасаҡ https://bash.news/news/108605_bashortostan_xkmte_premerministry_vazifayn_radij_xbirov_e_basharasa
28 окт 2019, 22:24

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын Радий Хәбиров үҙе башҡарасаҡ

Республика Конституцияһы быға ҡаршы килмәй. Төбәк башлығы бөгөн башҡарма власть органдары структураһын иғлан итте. Указға ярашлы, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп Андрей Назаров тәғәйенләнде.

Андрей Назаров хөкүмәт эшмәкәрлеген координациялау, милли проекттарҙы һәм республикала 2024 йылға тиклем билдәләнгән социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрен ғәмәлгә ашырыу өсөн яуап бирәсәк. Илшат Тажетдинов та хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләне. Ул шулай уҡ хөкүмәт аппаратына етәкселек итә.

Рәиф Абдрахманов, Борис Беляев, Ленара Иванова, Илшат Фәзрахманов вазифа башҡарыусы ҡушымтаһынан арынып Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары булып ҡалды. Вице премьер вазифаларында яңы шәхестәр ҙә барлыҡҡа килде. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-иҡтисади үҫеш министры итеп Рөстәм Моратов тәғәйенләнде.

Республика халҡына махсус тәғәйенләнештәге отряд етәксеһе булараҡ таныш Ирек Cәғитов та вице премьер вазифаһы алды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары сафын быға тиклем республика башлығының матбуғат секретары булып эшләүсе Фәнүр Йәғәфәров та тулыландырҙы. Ул Мәғариф, мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәләре өсөн яуап бирәсәк.

Хөкүмәт структураһында ла үҙгәрештәр бар. Байтаҡ ведомстволар үҙгәртелде. Дәүләт власы хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, 4 идаралыҡ һәм берешәр агентлыҡ һәм дәүләт инспекциянан тора. Ведомстволар етәкселегендә лә үҙгәрештәр бар, ләкин күпселек үҙ вазифаһын һаҡлап ҡалды.

Хөкүмәт структураһында ла үҙгәрештәр бар. Байтаҡ ведомстволар үҙгәртелде. Дәүләт власы хәҙер 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, 4 идаралыҡ һәм берешәр агентлыҡ һәм дәүләт инспекцияһынан тора. Атап әйткәндә, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты икегә бүленде. Иҡтисади үҫеш министрлығына инвестиция сәйәсәте өҫтәлде. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте ведомствоһы ла үҙгәртелеп, Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына әйләнде.

Мәғариф министрлығына фән буйынса эшмәкәрлек ҡушылды. Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһы эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты иһә төбәктең Һанлы үҫеш министрлығы итеп үҙгәртелде. Социаль-иҡтисади үҫеште күҙәтеү комитеты Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты буласаҡ. Ведомстволар етәкселегендә лә үҙгәрештәр бар, ләкин күпселек үҙ вазифаһын һаҡлап ҡалды.

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын Гөлшат Арыҫланова етәкләйәсәк. Максим Забелин Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһында ҡалды. Геннадий Разумикин да хәҙер яңы барлыҡҡа килгән Һанлы үҫеш министрлығын етәкләне. Руслан Хәбибов, Әминә Шафиҡова вазифа башҡарыусанлыҡтан арынды. Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы Александр Шельдяевҡа йөкмәтелде. Икегә бүленгән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм комитеттарына Римма Бойцова менән Салауат Нафиҡов етәкселек итәсәк. Динис Булатовтың ведомствоһы үҙгәртелгәс, хәҙер ул Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты Алексей Гусевтың етәкселегендә эшләйәсәк. Руслан Мирсаяпов, Тимур Мөхәмәтйәнов, Фәрит Ғүмәров, Борис Мелкоедов үҙ урындарында ҡалды.

Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин, үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника төҙөклөгөн күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Ринат Ғәлимовтан да вазифа башҡарыусы статусы алынды. Илһам Фәтҡуллин хәҙер архив эштәре буйынса идаралыҡты етәкләйәсәк. Ул быға тиклем эшләгән мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡҡа Олег Полстовалов тәғәйенләнде.

Ә бына Башҡортостандың Финанс министры Лира Иғтисамова, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров, Мәғариф министры Айбулат Хажин, Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк.

Юстиция эштәре буйынса яуаплы Владимир Спеле, Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеүсе Илдар Шафиҡов, Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Альберт Яримов әле вазифа башҡарыусы булараҡ эшен дауам итә. Был кандидатуралар буйынса федераль үҙәктән хуплау алынған, әммә рәсми документ килеп етмәгән, тине Радий Хәбиров.

Шулай ҙа байтаҡ министрлыҡ, дәүләт комитеты һәм идаралыҡтар етәкселәре вазифа башҡарыусы булараҡ эшен дауам итә. Был кандидатуралар буйынса федераль үҙәктән хуплау алынған, әммә рәсми документ килеп етмәгән, тине Радий Хәбиров.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын Радий Хәбиров үҙе башҡарасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA