Алдағы ете ай һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән Тажикстан араһында тауар әйләнеше ике тапҡырға артҡан

Алдағы ете ай һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән Тажикстан араһында тауар әйләнеше ике тапҡырға артҡан https://bash.news/news/108607_alday_ete_aj_mtlre_bujynsa_bashortostan_menn_tazhikstan_araynda_tauar_jlneshe_ike_tapyra_artan
28 окт 2019, 22:34

Экспортҡа килгәндә, республиканан, тәү сиратта, сода, химия продукцияһы, көнбағыш майы, быяла оҙатыла. Иҡтисади хеҙмәттәшлек тағы ла нығыр тип көтөлә. Республика йортонда үткән эшлекле осрашыуҙа Тажикстан делегацияһы нефть коксы, авиация кәрәсиненә лә ихтыяж юғары булыуын билдәләне. Һөйләшеү барышында төбәккә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе лә күтәрелде.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: “Республикала Тажикстан менән хеҙмәттәшлек иткән ун предприятие эшләп килә. Хеҙмәттәшлек итергә ресурстар етәрлек. Тажикстан вәкилдәре беҙҙә гуманитар, спорт, мәҙәниәт өлкәһендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша”.

Өфөлә 2011 йылда Тажикстандың Генераль консуллығы ойошторола. Киләсәктә архитектур яҡтан мөһабәт Мәҙәни үҙәк төҙөлөшө көтөлә. Шулай уҡ республикала Тажикстандан 848 студент белем алыуы билдәле. Уларҙың күбеһе медицина һәм техник йүнәлештәрҙе һайлаған. Сит ил вәкилдәре Рәсәй хөкүмәтенә юғары уҡыу йорттарына бүленгән квотаны арттырыу тәҡдиме менән дә сыҡҡан

Имомуддин Сатторов, Рәсәйҙә Тажикстан республикаһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе: “Тажикстандың дүртенсе стратегик маҡсаты - индустриализация.Ә Башҡортостан Рәсәйҙә сәнәғәте үҫешкән республика һанала. Шуға беҙ яҡтар араһында иҡтисади, социаль, гуманитар, мәҙәни бәйләнештәрҙы нығытыу яҡлы”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Алдағы ете ай һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән Тажикстан араһында тауар әйләнеше ике тапҡырға артҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA