Башҡортостанға эш сәфәре менән Саксония – Анхальт федераль еренең Ландтаг рәсми делегацияһы килде

Башҡортостанға эш сәфәре менән Саксония – Анхальт федераль еренең Ландтаг рәсми делегацияһы килде https://bash.news/news/108611_bashortostana_esh_sfre_menn_saksoniya_anxalt_federal_erene_landtag_rsmi_delegaciyay_kilde
28 окт 2019, 22:38

Делегация составында 9 кеше, шул иҫәптән Германияның Екатеринбургтағы генераль консулы Матиаз Крузе ла бар.

Ландаг комитеты делегацияһын федераль һәм Европа, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Даниэль Шторм етәкләй. Германия делегацияһының төбәк парламанты Башҡортостанда дүрт көн дауамында эшлекле осрашыуҙар аша хеҙмәттәшлек итеү юлдарын барлаясаҡ.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Германияның төбәк парламенты менән хеҙмәттәшлек үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ике яҡтан да депутаттар һәм бизнес йәмәғәтселеге делегациялары менән алмашыу иҡтисади бәйләнештәрҙе емешле үҫтерергә һәм тағы ла көсәйтергә форсат бирә.

Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: Беҙ Германиянан килгән коллегаларыбыҙ менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Уларҙы беҙҙең инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы. Беҙ ҙә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн Германияға сәфәр ҡыласаҡбыҙ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡортостанға эш сәфәре менән Саксония – Анхальт федераль еренең Ландтаг рәсми делегацияһы килде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир