Өфөнөң «Стоп варикоз» лазер флебологияһы клиникаһында асыҡ ишектәр көнө үтте

Өфөнөң «Стоп варикоз» лазер флебологияһы клиникаһында асыҡ ишектәр көнө үтте https://bash.news/news/108622_fn_stop_varikoz_lazer_flebologiyay_klinikaynda_asy_ishektr_kn_tte
28 окт 2019, 23:48

Варикоздың төрлө формалары менән Рәсәйҙә 30 миллиондан ашыу кеше яфалана. Был ауырыуҙың аяуһыҙ статистикаһы. Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡара ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау менән «Стоп варикоз» лазер флебологияһы клиникаһы шөғөлләнә.

Һөнәрҙәш табиптар өсөн асыҡ ишектәр көнө. Лазер флебологияһы клиникаһы күләмле сара барышында ҡунаҡтарҙы варикоз ауырыуын заманса, аҙ инвазивлы дауалау алымдары һәм уны иҫкәртеү юлдары менән таныштырҙы.

Альфред Ғәлиәкбәров, «Стоп варикоз» лазер флебологияһы клиникаһы директоры, эндоваскуляр хирург, флеболог: “Һуңғы 5 йыл эсендә аҙ инвазивлы дауалау алымдары һәм яңы инструменттар барлыҡҡа килде.Беҙ заманса ҡорамалдар менән танышыу, операция ваҡытында пациенттар менән аралашыу маҡсатында төрлө өлкәлә эшләгән табиптарҙы саҡырабыҙ”.

Клиникала республиканың юғары квалификациялы ҡан тамырҙары хирургтары-флебологтар эшләй. Улар Рәсәй һәм Евро дауаханаларында стажировка үткән. Бай тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн мөмкинлектәре лә, теләктәре лә бар. Варикозды дауалауға комплекслы ҡараш һәм алдынғы технология клинирка эшмәкәрлегенең төп үҙенсәлеге.

Рафаэль Ғәлиәкбәров, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы, флеболог: “Процедура урындағы анестезия ярҙамында 20-30 минут эсендә скальпельһыҙ һәм яраһыҙ башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта кәрәкле ҡан тамырын алыу өсөн даими УЗИ ҡулланыла. Беҙҙең клиникала был операция немец ҡоролмаларында үткәрелә”.

Эшләү осоронда клиника табиптары күп кенә пациенттарға тулы тормош ҡайтырға яҙам иттә. Бөтә дауалау төрҙәренә гарантия бар.

Өфөнөң «Стоп варикоз» лазер флебологияһы клиникаһында асыҡ ишектәр көнө үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA