Өфөнөң Инорс биҫтәһендә енәйәтселек байтаҡҡа кәмегән

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә енәйәтселек байтаҡҡа кәмегән https://bash.news/news/108706_fn_inors_bitend_enjtselek_bajtaa_kmegn
29 окт 2019, 22:11

Был күренеш урамдарҙы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары урынлаштырыу , өҫтәмә полиция пункттары асыу һәм патрулдәр ойоштороу һөҙөмтәһе, тине Радий Хәбиров Рәсәй эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары, генерал-полковник Александр Горовой менән осрашыуҙа.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ялған алкоголь эсемлектәр, йәмәғәт урындарында тәртип урынлаштырыу буйынса башланған эштәр яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Александр Горовой полицияға күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Конструктив хеҙмәттәшлек барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе оператив рәүештә хәл итеү мөмкинлеге бирә. Артабан да һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә өмөт итәбеҙ, тине генерал-полковник.

Автор: Айнур Кәбиров.

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә енәйәтселек байтаҡҡа кәмегән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир