Стәрлетамаҡ ҡалаһында дөйөм ятаҡта йәшәүсе граждандар емерелеп барған иҫке бинала көн күрә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында дөйөм ятаҡта йәшәүсе граждандар емерелеп барған иҫке бинала көн күрә https://bash.news/news/108709_strletama_alaynda_djm_yatata_jshse_grazhdandar_emerelep_baran_ike_binala_kn_kr

Уңайһыҙ мөхит. Ятаҡта түшәмдәрҙән һыу аға, тәҙрәләрҙән ел өрә, йыуыныу бүлмәләре санитар талаптарға яуап бирмәй. Шул уҡ ваҡытта урындағы халыҡ бинаны хеҙмәтләндереү һәм ремонт өсөн талап ителгән сумманы идарасы компанияға түләй. Тулыраҡ БСТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Насар еҫ сыҡҡан, бысраҡ ҡараңғы душ бүлмәһен ташландыҡ хәлдәге урын тип әйтергә мөмкин. Әммә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Цюрупа урамында йәшәүселәр ошондай шарттарҙа йыуынырға мәжбүр. Дөйөм ятаҡта торлаҡ һатып алған Лилиә Ишбулдина үҙ мөйөшөн тәртиптә тоторға тырыша, әммә ашхана, коридорҙы, кер йыуыу бүлмәһенә инеп йөрөгөн сит кешеләр был хаҡта уйламай.

Кескәй балаларҙы тәрбиәләүсе әсәләр баларының һаулығы өсөн борсола, сөнки дымлы һауа һулап малай-ҡыҙҙар йыш ауырый

Хаҡлы ялдағы Валентина Меняева ятаҡта беренсе ҡаттағы аш-һыу бүлмәһендә 15 мең һумға үҙе ремонт эшләй. Әммә идарасы компанияға ул торлаҡты хеҙмәтләндереү өсөн һайын талап ителгән аҡсаларҙы түләй.

Дөйөм ятаҡты хеҙмәтләндереүсе «Беҙҙең йорт» компанияһы вәкилдәре беҙҙең ижади төркөм менән аралашыуҙан баш тартты.

Ике йыл элек ятаҡта һыу менән тәьмин итеү системаһын төҙөкләндерер өсөн дәүләт тарафынан 5 млн һум аҡса бүленгән. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр буйынса ремонт еренә еткерелеп эшләнмәгән.

Урындағы властар тарафынан мәсьәләне хәл итеү буйынса махсус комиссия ойошторола, әммә белгестәр Цюрупа урамындағы дөйөм ятаҡ йәшәү өсөн яраҡлы тигән һығымтаға килә.

Кристина Корнеева, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге баш белгесе: “Ятаҡта йәшәүселәр торлаҡты тәртиптә тотор өсөн үҙҙәре лә көс һалырға тейеш. Икенсе йылға республика адреслы программаһына ярашлы ятаҡтың подъездарында капиталь ремонт үткәреү ҡаралған”.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы дөйөм ятаҡҡа 1958 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөнгө көндә торлаҡта 100-ләп ғаилә көн күрә. Йәшәү шарттарын яҡшыртыр өсөн улар төрлө ведомстволарға мөрәжәғәт итә, әммә әлегә улар өсөн киҫкен мәсьәлә үҙгәрешһеҙ ҡала бирә.

Автор: Флорида Ким.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында дөйөм ятаҡта йәшәүсе граждандар емерелеп барған иҫке бинала көн күрә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров