Өфө янында йөҙҙәрсә кеше йортһоҙ ҡалыуы ихтимал

Өфө янында йөҙҙәрсә кеше йортһоҙ ҡалыуы ихтимал https://bash.news/news/108711_f_yanynda_jrs_keshe_jorto_alyuy_ixtimal

«Булгаков дачалары» клуб ҡасабаһынан ер участкалары, торлаҡ һатып алыусылар документтар рәсмилләштереүҙә ҡаршылыҡтарға юлыҡҡан. Проблема Өфө районы хакимиәте, Росреестр һәм прокуратура араһында суд процестары барыуға бәйле. Биләмәлә мөлкәт ҡулланыуға сикләүҙәр һалынған. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Булгаков дачалары» дүрт йыл элек күтәртелә башлай, биләмә баш ҡаланан алыҫ түгел, шуға тиҙ үҫешә. Әммә бөгөн ярты меңгә яҡын участка хужаһын бер проблема борсой – ер тәғәйенләнеше ауыл хужалығы төрөнә үҙгәртелеүе ихтимал.

Әле был урын рәсми рәүештә «баҡсасылыҡ ширҡәте» булараҡ файҙалана. Урамдарға ут үткәрелгән. Электр энергияһы ярҙамында урындағы халыҡ йорттарын йылыта. Күптәр бында өсөнсө ҡышын ҡаршыларға әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта һәр кемдең күңелендә борсоуло уйҙар. Башҡортостандың контроль-иҫәп палатаһы һәм прокуратура ерҙе ҡулланыуҙа етешһеҙлектәр табыу сәбәпле - суд процестары бара. Участкаларҙы файҙаланыуҙа сикләүҙәр бар.

Ҡола ялан урында хәҙер бер нисә урам йорт төҙөлгән. Ә бит быға тиклем биләмә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә булған. Сәсеүлек эштәре күптән башҡарылмағанға күрә, ул генераль план буйынса киләсәктә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүгә яраҡлы тип һаналған. Был турала район хакимиәте тарафынан ерҙең хоҡуҡи ҡулланыусыһына ҡала төҙөлөшө регламентынан өҙөмтә бирелә. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, ерҙең тәғәйенләнешен үҙгәртеүҙә бер ниндәй закон боҙоу булмаған.

Мария Сафина, Өфө районы хакимиәтенең хоҡуҡи тәьминәт һәм ер мөнәсәбәттәре бүлеге етәксеһе: “Ерҙең хоҡуҡи ҡулланыусыһына бирелгән өҙөмтәгә район прокуратураһы дәғүә белдерҙе. Башҡортостандың юғары суды ҡарары буйынса эш яңынан Өфөнөң Совет районы судына ҡайтарылды. Киҫкен хәлгә нөктә ҡуйылмаған. Киләһе ултырыш 8 ноябрҙә үтәсәк”.

Александр Алексеев, Өфө районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы: “2014-2015 йылдарҙа шәхси мөлкәткә ике ер участкаһы алына. Дөйөм майҙаны – 75 гектар. Артабан биләмә законһыҙ рәүештә «баҡсасылыҡ ширҡәте» статусына ала, участкаларға бүлеп, һатыла. Быға бәйле прокуратура тарафынан кадастр палатаһы һәм Росреестрға ла дәғүәләр белдерелде. Әлегә суд ҡарары иғлан ителмәгән”.

Хәйер, быға тиклем суд процестары гражданлыҡ-хоҡуҡи яҡтан ҡаралһа, хәҙер административ-хоҡуҡи йүнәлештә тикшереләсәк. Участка хужалары билдәләүенсә, был үҙгәрештең ыңғай яғы ла бар. Дәғүә белдереү ваҡыты үткән. Шулай ҙа һуңғы ҡарар - судта иғлан ителәсәк. Иртәгәһе өсөн борсолоусыларҙы аңларға мөмкин.

Район хакимиәте етәкселеге ширҡәттә йәшәүселәр менән осрашып, ер тәғәйенләнешен үҙгәртмәй һаҡлап ҡалыу – тәүмаҡсат булыуын билдәләне. Судта еңеп сығыу өсөн юридик яҡтан аныҡ механизмдар ҡулланыласаҡ. Өфө янындағы биләмә тиҙ үҫешә, шуға бындай киҫкен осраҡтарҙы башҡа булдырмау бурысы ла ҡуйылған.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө янында йөҙҙәрсә кеше йортһоҙ ҡалыуы ихтимал

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров