Бөгөн бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

Бөгөн бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө https://bash.news/news/108712_bgn_bt_donya_insulta_arshy_krsh_kn
29 окт 2019, 22:23

Рәсәйҙә был сирҙән үлем осраҡтары юғары кимәлдә ҡала. Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының неврология бүлегенә инсульт диагнозы менән йыл һайын меңдән ашыу пациент эләгә. Бары тик ваҡытында күрһәтелгән юғары медицина ярҙамы ғына ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡала. Ә дауаханала бының өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Ике аҙна элек кенә Тәслимә Фәнил ҡыҙы ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтә алмаған. Бүздәк районында йәшәгән ханымдың мейеһенә ҡан һауа. Ҡатынды 21-се ҡала дауаханаһына алып килгәндән һуң ул кома хәлендә бер аҙна реанимация бүлегендә ята. Әммә бөтәһе лә артта. Бөгөн ул рәхәтләнеп һөйләшә лә, атлап йөрөй ҙә ала.

21-се ҡала клиник дауаханаһына инсульттан һуң эләкәндәрҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн комплекслы ярҙам күрһәтелә. Ауырыуҙарҙы дарыуҙар менән дауалауҙан тыш көн һайын массаж, физиотерапия, логопед, психолог кеүек белгестәр ярҙамы күрһәтелә. Бында улар яңынан йәшәргә өйрәнә. Ә ҡатмарлы сирҙән һуңғы тормошто пациенттар икенсе тапҡыр тыуыуға тиңләй.

Дауахананың неврология бүлегенә йыл һайын меңдән ашыу пациент инсульт менән эләгә. Уларҙың һәр береһенә табиптар яғымлы һүҙ, йылы ҡарашын, кәңәштәрен йәлләмәй. Белгестәр әйтеүенсә, күп кешеләрҙең иғтибарһыҙлығы, үҙ һаулығына битараф ҡарауы – мейеләге ҡан әйләнешенең боҙолоуына алып килә. Инсультҡа килтереүсе сәбәптәрҙән белгестәр тәмәке тартыу, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, аҙ хәрәкәтләнеү, стресс кисереү, ҡандағы холестерин кимәленең юғары булыуын атай. Сир көтмәгәндә килә һәм уның билдәләрен һәр кем белергә тейеш.

Инсультҡа ҡаршы көрәш көнөндә дауаханаға килеүселәрҙе табип булып кейенгән ҡурсаҡтар ҡаршы алды. Улар сир һәм уны профилактикалау тураһындағы иҫкәртмә ҡағыҙҙары таратты.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа инсульт сире менән яфаланыусылар һаны арта. Был сиргә дусар булыусыларҙың ни бары 10 проценты ғына кире хеҙмәт урынына ҡайта ала, 85 процентына даими медик-социаль ярҙамға мохтаж, ә 25 проценты инвалид булып ҡала. Белгестәр ауырыу үҙен белгерткән хәлдә һәр минутты иҫәптә тоторға кәңәш итә, сөнки ваҡыт һуҙыу, табиптарға мөрәжәғәт итмәү эште ҡатмарлаштыра.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн бөтә донъя инсультҡа ҡаршы көрәш көнө

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир