Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында ирекмән проекттарын ғәмәлгә ашырған малай-ҡыҙҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте

Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында ирекмән проекттарын ғәмәлгә ашырған малай-ҡыҙҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте https://bash.news/news/108714_fl_mktp_uyusylary_araynda_irekmn_proekttaryn_mlg_ashyran_malajyary_blkl_tantanay_tte/?lang=bash
29 окт 2019, 22:25

Бәләкәйҙән – тоғро ярҙамсылар. Торатау конгресс-холлында ойошторолған республика конференцияһында төбәктең төрлө-район-ҡаларынан килгән волонтерҙар бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

Ун ай дауамында йәш ирекмәндәр ауыл биләмәләрендә, үҙ ҡалаларында өлкән йәштәге граждандарға, мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеп байтаҡ изге эштәр атҡара. Туймазы ҡалаһынан килгән алтынсы синыф уҡыусыһы Реналь Хәбиров инвалид балалар өсөн оҫтахана асырға ниәтләнә.

Реналь Хәбиров, ирекмән, Туймазы ҡалаһы: “6-сы ноябрҙә балалар өсөн оҫтахана асылыуы күҙаллана. Уйын формаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эш итәсәкбеҙ. Дәрестәрҙә ҡағыҙҙан ракеталар, бармаҡтарҙың моторикаһын үҫтереү өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторасаҡбыҙ. Минең атайым да, әсәйем дә ирекмән. Улар кеүек башҡа кешеләргә ярҙам иткем килә”.

Башҡортостанда бөгөн 200-ҙән ашыу ирекмәндәр ойошмаһы иҫәпләнә. Улар башлыса 14 йүнәлеш буйынса эшләй. Һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙар-егеттәр юғалған кешеләрҙе эҙләү, ихата-парктарҙы һәм башҡа майҙандарҙы тәртипкә килтереү, тирә-яҡты йәшелләндереү кеүек эшмәкәрлектә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәктәп уҡыусылары араһында тәүге тапҡыр үткәрелгән конкурс артабан да дауам итәсәк. Ирекмәндәр хәрәкәтен әүҙемләштереү маҡсатында малай-ҡыҙҙар өсөн эшлекле йәйге лагерҙар һәм яңы проекттар ойоштороу ҡаралған.

Каринә Хәбирова: “Иң мөһиме, әүҙем балаларҙың энергияһын дөрөҫ йүнәлештә үҫтерер өсөн фәһемле проекттар һаны арта. Күп осраҡта аҡыллы малай-ҡыҙҙар үҙҙәренең мөмкинлектәрен ниндәй өлкәлә ҡулланырға белмәйенсә рухи яҡтан һүнеп ҡала. Төбәктә ирекмәндәрҙе йәлеп итерлек проекттар күп булыуы ҡыуандыра”.

Ольга Панчихина, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе: “Малай-ҡыҙҙар үҙҙәренең әһәмиәтле эшмәкәрлегенә 12 мең кешене йәлеп итте. Тимәк конкурста ҡатнашҡан ике йөҙ баланың һәр береһе ирекмән проектына 6-шар гражданды килтергән. Бәйге сиктәрендә волонтерҙар үҙҙәрен төрлө ролдәрҙә һынап ҡараны. Бәләкәйҙән үк башҡаларға ярҙам итергә өйрәнеү – баһалап бөткөһөҙ тәжрибә”.

Автор: Флорида Ким.

Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында ирекмән проекттарын ғәмәлгә ашырған малай-ҡыҙҙарҙы бүләкләү тантанаһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста