Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша https://bash.news/news/108725_bashortostan_bashlyy_radij_xbirov_kaliningradta_auly_alau_msllre_bujynsa_seminarkshml_atnasha
30 окт 2019, 10:09

Ул Рәсәй Дәүләт советы Президиумының киңәйтелгән ултырышы барышында үтә. Өс көн дауамында семинарҙа ҡатнашыусылар төркөмдәрҙә эшләп тәҡдимдәр әҙерләй. Улар иртәгәсә уҙасаҡ Дәүләт советы ултырышында ҡарала. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин алып бара.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Калининградта һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша

Башҡортостан Башлығының “сентябрь” указында һаулыҡ һаҡлауға бәйле ҙур бурыстар ҡуйылған. Улар милли проектҡа ярашлы үтәләсәк. Указ буйынса, Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусы, Балалар онкология һәм гематология үҙәге, Затон биҫтәһендә дауахана, шулай уҡ ике бала табыу йорто, 12 поликлиника, өс ауыл амбулаторияһы, 167 фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм башҡа объекттар төҙөү ҡарала.

Юлдаш
Новости партнеров