Радий Хәбиров Рәсәй губернаторҙары Милли рейтингының тәүге төркөмөнә ингән

Радий Хәбиров Рәсәй губернаторҙары Милли рейтингының тәүге төркөмөнә ингән https://bash.news/news/108793_radij_xbirov_rsj_gubernatorary_milli_rejtingyny_tge_trkmn_ingn
30 окт 2019, 23:33

Илдең иң яҡшы 25 губернаторы исемлегендә Башҡортостан Башлығы 14-се урынды биләй. Сентябрь-октябрь айҙарында Рәсәй субъекттары етәкселәрен баһалаусы тикшереү һөҙөмтәләрен «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге тәҡдим иткән. «Милли рейтинг» һөҙөмтәләре эксперт йәмғиәте вәкилдәре менән уҙғарылған анкеталар нигеҙендә төҙөлгән.

Юғары рейтинглы губернаторҙар исемлеген Төмән өлкәһе губернаторы Александр Моор аса. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Артюхов менән Тула өлкәһе губернаторы Алексей Дюмин.

Радий Хәбиров Рәсәй губернаторҙары Милли рейтингының тәүге төркөмөнә ингән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир