Республика хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу тамамлана

Республика хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу тамамлана https://bash.news/news/108800_respublika_xuzhalytarynda_shkr_sgldrn_ayu_tamamlana
30 окт 2019, 23:38

Шаран районында ла эштәр һуңғы гектарҙарҙа бара. Район буйынса татлы тамыр баҫыуҙарының уртаса гектар ҡеүәте 600 центнерға етә яҙа. Ә инде «Мусин» крәҫтиән-фермер хужалығында күрһәткес 600 центнерҙан да ашҡан. Әлеге ваҡытта хужалыҡта эштәр тамамланыу алдында.

Бөтә технологик процестарҙы ла хужалыҡ эшсәндәре үҙ көсө менән башҡара. Артабан йыйылған уңышты Шишмә шәкәр заводына тапшырыу бурысы тора. Ойошма етәксеһе Рафаил Мусин әйтеүенсә, шәкәргә ихтыяж юғары булған осраҡта, киләсәктә хужалыҡтың татлы тамыр баҫыуҙарын ике тапҡыр арттырыу мөмкинлеге лә бар.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Республика хужалыҡтарында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу тамамлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир