Өфө районы Ҡыҙылъяр урта мәктәбе тыуған телдәрҙе һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантын яуланы

Өфө районы Ҡыҙылъяр урта мәктәбе тыуған телдәрҙе һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантын яуланы https://bash.news/news/108801_f_rajony_yylyar_urta_mktbe_tyuan_teldre_alau_bujynsa_bashortostan_bashlyy_grantyn_yaulany/?lang=bash
30 окт 2019, 23:39

Рус теле һәм әҙәбиәтен тыуған тел булараҡ өйрәтеүсе мәктәп «Россиянка» лингвистик лагеры һәм фольклор коллективтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Көҙгө каникул осоронда мәктәп базаһында ике көнлөк лингвистика профилле лагерь сменаһы эшләне. «Тыуған тел белгестәре» семинар барышында рус телен туған тел булараҡ өйрәтеүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен ҡараны.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Өфө районы Дорогин ауылы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Тамара Йомағужинаның семинарҙағы телмәре бөтәһенә лә ҡыҙыҡлы. Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә абруйлы уҡытыусы рус теленә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү алымдары менән йәш коллегалары менән дә ихлас бүлеште.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфө районы Ҡыҙылъяр урта мәктәбе тыуған телдәрҙе һаҡлау буйынса Башҡортостан Башлығы грантын яуланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста