Өфөлә маршрут автобусы түңкәрелде

Өфөлә маршрут автобусы түңкәрелде https://bash.news/news/108806_fl_marshrut_avtobusy_tkrelde
31 окт 2019, 07:00

Авария Октябрь проспекты осонда, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы ҡаршыһында теркәлде.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, «Фиат Дукато» маркалы микроавтобустың юлын «Лада Гранта» ҡыйған. Бәрелеүҙән ҡасып маршрут автобусы водителе рулде кинәт уңға борған, һөҙөмтәлә йәмәғәт транспорты сараһы ауған. Авариянан һуң урта йәштәрҙәге ҡатын менән 19 йәшлек егеткә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килгән.

Ҡалған пассажирҙар иҫән-имен ҡотолған шулай ҙа салондағы барыһы ла ҡурҡыу, шаңҡыу тойғоһо кисергән. Белгестәр фекеренсә, әгәр авария иртән йә кис көсөргәнешле транспорт хәрәкәте мәлендә теркәлгән булһа зыян күреүселәр шаҡтай күберәк булыуы ла ихтимал ине. Көндөҙ автобус салоны иркен, баҫып барыусы пассажирҙар булмаған.

Өфөлә маршрут автобусы түңкәрелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров