Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла

Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла https://bash.news/news/108807_fn_ashyys_medicina_yaramy_dauaxanay_zamansa_oramaldar_menn_jyazlandyryla
31 окт 2019, 07:05

Милли проект ғәмәлдә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына ярашлы бында функциональ карауат, кресло һәм тренажерҙар һатып алыу һәм уларҙы урынлаштырыу эштәре бара. Реабилитация үтеү өсөн дауаханала уңайлыҡтар булдырыла. Яңы тренажерҙар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

32 йәшлек Лилиә Сәйетованың ғаиләһендә көтөп алынған ҡыҙы тыуа. Ләкин шатлыҡ оҙаҡҡа һуҙылмай, иртәгәһенә йәш әсәнең телмәре боҙола, ярты кәүҙәһе ойой башлай. Табиптар уға инсульт диагнозын ҡуя. Хәҙер ул Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының хирургия бүлегендә реабилитация курсы үтә. Ҡыҙымды һағындым, уны ҡулға алыр өсөн тиҙерәк йүнәлергә тырышам, ти ул.

Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы кеше ғүмерен һаҡлап ҡала. Ә реабилитация пациентты ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарырға ярҙам итә. Шуның өсөн, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы кешене тергеҙеү өсөн дауаханала барлыҡ шарттар тыуҙырыла. Инсульт сиренә Әнәс Даянов 2018 йылда дусар була. Табиптар кәңәше буйынса, ул икенсе тапҡыр реабилитация үтергә килә. Элекке йәшәү рәүешенә ҡайтыр өсөн 67 йәшлек ир төрлө тренажерҙарҙа даими рәүештә күнекмәләр яһай.

2017 йылдан алып Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында ике реабилитация бүлеге эшләп килә. Ике ай эсендә медицина учреждениеһы неврология сирҙәрен үткәргән пациенттар өсөн 14 төрлө яңы аппарат менән йыһазландырыла. Ошо маҡсатта «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә яҡынса 25 миллион һум аҡса йәлеп ителә.

Ваакумлы массаж, бәләкәй моториканы үҫтереүсе тренажерҙар, аяҡ-ҡулдары йәрәхәтләнгән пациенттар өсөн яңы ҡорамалдар һатып алына. Заманса тренажерҙар пациенттың үҙенсәлегенә ҡарап программалаштырыла. Дауалау процедураһы ваҡытында ауырлыҡтар кисергән пациент тауыш ярҙамында тренажерҙы һүндерә лә ала.

Реаблитация үтеү өсөн һәр пациентҡа үҙенә тәғәйен план төҙөлә. Дауалау курсы үткәндән һуң, көн дә башҡарған күнекмәләр һөҙөмтәһен диагностика ярҙамында күҙәтергә мөмкин.

Былтыр реабилитация бүлегендә яҡынса мең ике йөҙ пациент дауаланған. Яңы ҡорамалдар күберәк кешеләрҙе сифатлы дауалау мөмкинлеге бирәсәк, ти табиптар.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөнөң Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир