Хәйбулла районында тағы ла ике ғаилә торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы алды

Хәйбулла районында тағы ла ике ғаилә торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы алды https://bash.news/news/108894_xjbulla_rajonynda_tay_la_ike_ail_torla_tg_dlt_yaramy_aldy

Сертификаттар «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» программаһы буйынса бүленгән. Таһировтар һәм Азаматовтар ғаиләләре йорттарын төҙөүгә тотонған да инде. Торлаҡ хаҡының 70 проценты дәүләт иҫәбенән ҡаплана.

Федераль маҡсатлы программа 2014 йылдан 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән. Унда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж һәм төҙөлөш сығымдарының 30 процентын үҙҙәре ҡаплаусы ғаиләләр ҡатнаша.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Хәйбулла районында тағы ла ике ғаилә торлаҡ төҙөүгә дәүләт ярҙамы алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир