Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының бала табыу йортонда ҡатмарлы әмәлиәт башҡарылды

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының бала табыу йортонда ҡатмарлы әмәлиәт башҡарылды https://bash.news/news/108895_bashort_dlt_medicina_universitety_klinikayny_bala_tabyu_jortonda_atmarly_mlit_basharyldy
31 окт 2019, 22:07

Әсәлек бәхете бүләк итеүселәр. Пациенттың аналығына бала яҫтығы йәбешеп үҫкән була, патология ҙур күләмдә ҡан юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Был осраҡта берҙән-бер ысул - хирургик ярҙам. БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Яңы ғына тыуған сабый әлегә әсәһенең ҡосағында түгел, ғәзиз кешеһе операция өҫтәлендә. Баланы тәрән кесарь киҫеме яһап алырға тура килә, сөнки ҡатындың аналығына плацента йәбешеп үҫкән. Бик һирәк осрай торған патология. Табиптар пациенттың ағзаһын һаҡлап ҡалыр өсөн башта яралғыны тегә, магистраль ҡан тамырҙарына ваҡытлыса окклюзия яһай. Артабан аналыҡтың зарарланған участкаһы ҡырҡып алына. Үҙенә күрә пластик операция башҡарыла.

Әлфиә Ящук, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор: “Ауыр операция, пациент күп ҡан юғалта, бында көслө команда. эшләй. Ике анестезиолог, ике хирург, ике акушер, педиатр»,

Патологияның сәбәбе төрлө. Күп осраҡтарҙа алдан аборт, аналыҡҡа операция яһатыуға, инфекция ауырыуҙарына бәйле. Ағзаны һаҡлап ҡалыу буйынса саралар йөклөлөктөң һуңғы аҙналарында ғына башҡарыла.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бындай ҡатмарлы операция тәүгә генә үтмәй, быйыл ғына ете пациенттың ғүмерен ҡотҡарғандар. Иң мөһиме ҡатын-ҡыҙҙар яңынан әсәлек бәхетен дә кисерә ала.

Шулай ҙа реабилитация осоро ике-өс йыл. Гүзәл затҡа һаҡланырға тура киләсәк. Яңы ғына донъяға ауаз һалған балаға килгәндә,әлегә ул интенсив терапия палатаһында буласаҡ. Табиптар билдәләүенсә, хәле ҡәнәғәтләнерлек. Ҡыҙҙың ауырлығы ике килограмм ярым ғына.

Руфина Абаҡасова, табип-неонатолог: “Етлекмәй тыуған балаларҙың проблемалары бик күп, иң беренсе проблема – тын юлдары насар. Был бала 35-36-сы аҙнала тыуған. Шуның өсөн яһалма тын алдырыу аппараты аҫтында. Тәрән тикшереү үткәрәбеҙ уға – рентген, УЗИ һөҙөмтәләрен ҡарарға тейешбеҙ”.

Сабый үҙҙалы тын ала башлағас, әсәһе янына күсереләсәк. Ҡатын әлегә реанимация палатаһында. Хирургтар әйтеүенсә, операция уңышлы үткән. Өфөнән Гөлшат Әхмәтйәнова ла йөклө сағында аналығында патология булыуын белеп ҡала. Ҡатмарлы әмәлиәткә бер һүҙһеҙ ризалаша һәм үкенмәй. Йөклөлөктөң һигеҙенсе айында тыуыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙының физик үҫешендә тотҡарлыҡтар юҡ.

Гөлшат Әхмәтйәнова: “Үҙе тын ала алманы башта, уға кислород биреп ҡаранылар. Икебеҙ ҙә реанимацияла яттыҡ. Аҙаҡ аяҡҡа баҫтырҙылар инде беҙҙе. Оҙатып сығарҙылар, тағы ла көтәләр”.

Әхмәтйәновтар ғаиләһендә бөгөн өс ҡыҙ бала үҫә, ата-әсә малай хаҡында хыяллана. Шуға алтын ҡуллы табиптарға уларҙың рәхмәте ҙур. Аналыҡты һаҡлап ҡалыу – яңы ғүмер бүләк итеүгә тиң.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының бала табыу йортонда ҡатмарлы әмәлиәт башҡарылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA