Өфөнөң «Элемтәсе» ял базаһында урынлашҡан аэрокосмик мәктәпкә йөҙгә яҡын уҡыусы йыйылды

Өфөнөң «Элемтәсе» ял базаһында урынлашҡан аэрокосмик мәктәпкә йөҙгә яҡын уҡыусы йыйылды https://bash.news/news/108900_fn_elemtse_yal_bazaynda_urynlashan_aerokosmik_mktpk_jg_yayn_uyusy_jyjyldy
31 окт 2019, 22:10

Уҡыусылар йыһан серҙәрен өйрәнә. Көҙгө каникул мәлендә ойошторолған аэрокосмик мәктәп Өфөнөң «Элемтәсе» ял базаһында урынлашҡан. Халыҡ-ара сменаға Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 60-лап бала йыйылған, улар барыһы ла донъяуи кимәлдәге олимпиадалар, конкурстар еңеүселәре.

Проект быйыл Рәсәй президенты грантына тормошҡа ашырыла. Буласаҡ авиация белгестәре менән БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.

Һүҙ уйынсыҡ хаҡында түгел, уҡыусылар ысынынан бер яғы менән дә айырылмаған осоу аппаратын йыя. Бары тик размеры ғына бәләкәй. Шулай булһа ла ракетаны эшләү еңел генә түгел, физика ҡанундарын тулыһынса белеү мотлаҡ. Оҫталыҡ та, түҙемлек тә талап ителә.

Көҙгө лагерҙың программаһы бай һәм мауыҡтырғыс, бер көн дә икенсеһенә оҡшамаған. Әммә төп тема авиация менән бәйле. Уҡыусылар әйтеүенсә, күнекмәләр артыҡ ауыр бирелмәй, сөнки бында олимпиада-конкурстарҙа еңеү яулаған төплө белемле, көслө уҡыусылар йыйылған. Мәҫәлән, Ислам Илһамов авиа моделдәре эшләү түңәрәгендә шөғөлләнә, егет тиҫтерҙәре менән Мәскәүгә конкурсҡа йыйына.

Авиация мәктәбенең лагеры туғыҙынсы йыл эшләй. Бында космонавтар менән осрашыуҙар ойоштороу күркәм йолаға әйләнгән. Уҡыусылар йыһан киңлектәрен байҡаусыларға һорауҙар бирә, фәһемле кәңәштәр ала. Халыҡ-ара лагерь республикала ғына түгел унан ситтә лә киң билдәле.

Практика теориянан айырыла, космонавт булып йыһан гиҙеү генә түгел, костюмын кейеү ҙә ҡатмарлы. Авиация өлкәһе белем дә, физик көс тә, тырышлыҡ та талап итә.

Әммә тырыштар маҡсатына өлгәшә, Йыһан үҙ серҙәрен тик көслөләргә аса. Күккә атылған ракета шуға асыҡ миҫал.

Автор: Р.Кәримова.

Өфөнөң «Элемтәсе» ял базаһында урынлашҡан аэрокосмик мәктәпкә йөҙгә яҡын уҡыусы йыйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров