Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында «Һаҡсыл поликлиника» проекты ғәмәлгә ашырыла

Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында «Һаҡсыл поликлиника» проекты ғәмәлгә ашырыла https://bash.news/news/108991_fn_13s_klinik_dauaxanaynda_asyl_poliklinika_proekty_mlg_ashyryla
01 ноя 2019, 21:49

Ошо маҡсатта бинала ремонт эштәре башҡарылған, теркәү бүлеге заманлаштырылған. Шулай уҡ пациенттарҙы дауалау процессын еңелләштереү өсөн шәхсән маршрут төҙөлә. Ыңғай үҙгәрештәр тураһында киләһе яҙмала.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рәсимә Лебедева дауаханаға йөрөргә тырышмай. Сиратта ултырыу күп ваҡытты ала торғайны, ти ул. Ә бына «Һаҡсыл поликлиника» проекты эшләй башлағандан алып табиптарға күренеү йәки ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белер өсөн оҙаҡ көтөргә кәрәкмәй.

«Һаҡсыл поликлиника» проекты ғәмәлгә ашырылғандан алып, пациенттарға табипҡа күренеү эше яйға һалына. Электрон теркәү, табиптарға яҙылыу таблоһы, яғымлы персонал. Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы заман форматына күптән күскән. Ваҡытында күрһәтелгән беренсел ярҙам кеше ғүмерен ҡотҡарырға һәм дауаланыу курсын төҙөргә ярҙам итә, ти табиптар.

Проектҡа ҡушылыу хеҙмәтләндереү сифатын да арттыра. Пациенттар тураһында мәғлүмәт электрон форматта һаҡлана, шунда уҡ лаборатория һөҙөмтәләре теркәлә.

Динара Еникеева, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары: “Һаҡсыл поликлиника йәки беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙең яңы моделе, тәү сиратта, пациенттарҙың тормошон еңелләштерә. Беҙ граждандарға уңайлы булһын өсөн хеҙмәт итәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – ул аңлайышлы һәм күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатлы булыуына ирешеү”.

Быйыл Башҡортостандың 33 дауаханаһы яңы моделгә күсерелә. «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем республиканың барлыҡ медицина учреждениеларында «Һаҡсыл поликлиника» проекты эшләйәсәк.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында «Һаҡсыл поликлиника» проекты ғәмәлгә ашырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир