Рәсәйҙә 4-се тапҡыр ҙур этнография диктанты ойошторолдо

Рәсәйҙә 4-се тапҡыр ҙур этнография диктанты ойошторолдо https://bash.news/news/108992_rsj_4se_tapyr_ur_etnografiya_diktanty_ojoshtoroldo
01 ноя 2019, 21:49

Һәр милләт сағыу биҙәк. Күләмле халыҡ-ара сараға Башҡортостан да ҡушылды. Республикала ул 55 майҙансыҡта үтте. Башҡорт дәүләт университеты менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты аудиторияларында ла бөгөн этнография диктанты яҙҙылар. Илебеҙ тарихы, унда йәшәүсе халыҡтарҙың үҙенсәлектәре тураһында һорауҙарға студенттар ғына түгел, һәр теләгән кеше яуап бирҙе.

Сағыу милли биҙәктәр, дәртле көйҙәр. Башҡорт дәүләт университетында этнография диктантын яҙырға теләүселәрҙе үҙенсәлекле тамаша менән ҡаршы алдылар. Сығыштарҙа Рәсәйҙең милләттәр гөлләмәһе сағылыш тапты.

Диктант яҙыусылар араһында Алыҫ Көнсығыш мөфтөйө Рәдифулла хәҙрәт Бәҙретдинов та бар. Өфөгә юл төшкәндә ул бер ыңғайы күркәм халыҡ-ара саралала ҡатнашырға булған. Дин әһеле фекеренсә, Рәсәй халыҡтар берҙәмлеге менән көслө. Быуаттар төпкөлөнән килгән был традицияларҙы йәш быуын белеп үҫергә тейеш.

Этнография диктанты милләттәр эштәре федераль агентлыҡ һәм Удмурт республикаһының милли сәйәсәт министрлығы башланғысы менән ойошторола. Барлыҡ Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙәге майҙансыҡтарҙа ла ул урындағы ваҡыт менән иртәнге 11-ҙә башланды. Башҡортостандағы диктант яҙыу өсөн иң ҙур аудиторияларҙың береһе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында урынлашты.

Быйыл этнография диктанты һорауҙары тәүге тапҡыр ике өлөштән әҙерләнде. Тәүгеһендә дөйөм илгә ҡағылышлы һорауҙар булһа, икенсеһе төбәк үҙенсәлектәренә арналды.

Былтыр Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ойошторолған 4 мең ярымдан ашыу Ҙур этнография диктанты майҙансығында 392 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ойоштороусылар быйыл статистика тағы ла юғарыраҡ булыр тигән өмөттә. Йәш быуында милли тамырҙарға ҡыҙыҡһыныу арта. Беҙ төрлөбөҙ, әммә берҙәмбеҙ. Уртаҡ ватаныбыҙ Рәсәй һәр милләт уның биҙәге, ти этнография диктантын яҙыусылар.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Рәсәйҙә 4-се тапҡыр ҙур этнография диктанты ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA