Күсемһеҙ милекте теркәүҙә үҙгәрештәр индерелә

Күсемһеҙ милекте теркәүҙә үҙгәрештәр индерелә https://bash.news/news/109004_kseme_milekte_terk_greshtr_inderel

1 ноябрҙән Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы электрон ғариза биреүселәргә белдереү ҡағыҙы ебәрәсәк.

Үҙгәрештәр интернет порталы аша мөрәжәғәт иткән граждандарға ҡағыла. Был тәү сиратта милек хужаларының электрон ҡултамғаһын раҫлау һәм мутлашыу осраҡтарын юҡҡа сығарыу өсөн эшләнә.

Ошоға тиклем мөрәжәғәт итеүселәр барлыҡ документтарҙы һәм ҡултамғаны сайт аша ебәреп килешеүҙәр башҡара ала ине. Белгестәр билдәләүенсә, был яңылыҡ милек хужаларына өҫтәмә яҡлау сараһы булып тора.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Күсемһеҙ милекте теркәүҙә үҙгәрештәр индерелә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир