Сәләмәтлеге сикләнгән балалар олимпиадаһы

Сәләмәтлеге сикләнгән балалар олимпиадаһы https://bash.news/news/109007_slmtlege_siklngn_balalar_olimpiaday
01 ноя 2019, 22:39

Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында коррекция мәктәп-интернаттары араһында мәҙәни-спорт фестивале үтте. 14-се тапҡыр ойошторолған сара Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналды.

Республика фестивалендә мөмкинлектәре сикләнгән 150-гә яҡын мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла төрлө спорт ярыштары һәм ижади конкурс еңеүселәре.

Йыл һайын уҙғарылып килгән фестиваль коррекция мәктәптәрендә белем алыусы балалар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки ул йәш быуындың физик, интеллектуаль һәм ижади һәләттәрен асырға ярҙам итә. Уҡыусылар үҙ көстәрен декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте, вокал, хореография, еңел атлетика, шашка, өҫтәл теннисы һәм башҡа турнирҙарҙа һынаны.

Байрамға 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталованың һәм Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаның килеүе балаларға көс-ҡеүәт өҫтәне. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса баһалама ағзалары төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләне. Һәр ҡатнашыусыға иҫтәлекле бүләк тапшырылды, ә коррекция мәктәптәре мәғариф министрлығы дипломдарына эйә булды.

Автор: Илдар Байбулатов.

Сәләмәтлеге сикләнгән балалар олимпиадаһы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир