Башҡортостан аграрийҙары 2019 йыл өсөн ауыл хужалығы тармағы уңыштарын барлай

Башҡортостан аграрийҙары 2019 йыл өсөн ауыл хужалығы тармағы уңыштарын барлай https://bash.news/news/109043_bashortostan_agrarijary_2019_jyl_sn_auyl_xuzhalyy_tarmay_uyshtaryn_barlaj
02 ноя 2019, 22:11

Маҡсаттар үтәлде. Төбәктә етештерелгән продукция республика граждандарын туҡландырыр өсөн етерлек кимәлдә тип баһаланды. Был хаҡта ведомство етәксеһе Илшат Фәзрахманов Стәрлетамаҡта үткән ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөнә арналған тантанала хәбәр итте. Артабан киләһе яҙмала.

Һөҙөмтәле хеҙмәт – лайыҡлы баһа. Республика халҡының өҫтәлдәрендә һөт, май, икмәк, ит, йомортҡа булһын өсөн ҙур көс һалған аграрийҙар Стәрлетамаҡ мәҙәниәт йорто алдында бүләкләнде. Рәхмәт хаттары баҫыу- яландарҙа хеҙмәт итеүселәрҙән тыш, тармаҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән белгестәргә лә тапшырылды.

Александр Гинтер, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледж уҡытыусыһы: “Бүләкләүгә әҙер түгел инем, әммә шатмын. 1981 йылдан алып ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүсе белгестәрҙе уҡытам. Уҡыу йортонда ветеринар, механик һәм башҡа һәнәр эйәләрен әҙерләйбеҙ”.

Һауа шарттары республикала урып-йыйыу кампанияһына ярайһы ғына ҡамасаулауға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда игендең уңышы фаразланған 3 миллион тоннанан күберәк йыйылды. Тармаҡ белгестәре әйтеүенсә, продукция күләме экспорт күләмен арттырыуға мөмкинлек бирә. Стәрлетамаҡ районы буйынса бойҙай культуралары 850 мең центнер тәшкил итә.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: “Стәрлетамаҡ районы байтаҡ күрһәткестәр буйынса алғы һыҙатта килә. Ауыл хужалығы үҫеше буйынса был район республика буйынса лидерҙар иҫәбендә. Стәрлетамаҡта ауыл хужалығы объекттары төҙөлә, хәҙмәткәрҙәр һәр саҡ белемен камиллаштырып юғары күрһәткестәргә ынтыла”.

Һөнәри байрам сиктәрендә ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе лә үтте. Шәхси хужалыҡтарҙан килтерелгән ризыҡтар ҡала халҡы өсөн түбән хаҡ менән тәҡдим ителде.

Баҫыу эштәренең байтаҡ өлөшө артта ҡалһа ла, Стәрлетамаҡ районында көнбағыш йыйыу дауам итә. Майлы культураларҙы йыйыуҙа ла район аграрийҙары лидерҙар рәтендә.

Быйыл республикала ашлыҡтың уртаса уңышы гектарынан 20 центнерҙан ашты, был күрһәткес 2018 йылға ҡарағанда алты процентҡа күберәк. Башҡортостандың 2024 йылға тиклем ҡаралған үҫеш стратегияһына ярашлы дөйөм уңыш күләмен 4 миллион тоннаға тиклем еткереү маҡсаты ҡуйылған.

Автор: Флорида Ким.

Башҡортостан аграрийҙары 2019 йыл өсөн ауыл хужалығы тармағы уңыштарын барлай

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир