Уҙған төндә Өфөнөң Октябрь проспектында «ВАФ Вестурн» һәм «Киа Рио» автомобилдәре бәрелеште

Уҙған төндә Өфөнөң Октябрь проспектында «ВАФ Вестурн» һәм «Киа Рио» автомобилдәре бәрелеште https://bash.news/news/109045_uan_tnd_fn_oktyabr_prospektynda_vaf_vesturn_m_kia_rio_avtomobildre_breleshte
02 ноя 2019, 22:13

Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, ҡытай транспорт сараһы водителе ҡаршыға килеүсе машинаны үткәрмәй һулға боролорға теләгән. Ошо ваҡытта уға ҡаршы яҡтан юғары тиҙлектә килеүсе икенсе иномарка килеп һуғыла. Авария һөҙөмтәһендә «ВАФ Вестурн» водителе һәм уның 19 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла.

Икенсе транспорт хужаһы еңелсә тән йәрәхәттәре ала. Шулай уҡ авария мәлендә зыян күргән йәйәүле медицина ярҙамынан баш тартҡан. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә светофорҙың ҡыҙыл утына үтергә маташыусы «ВАФ Вестурн» хужаһы ғәйепле булыуы ихтимал.

Уҙған төндә Өфөнөң Октябрь проспектында «ВАФ Вестурн» һәм «Киа Рио» автомобилдәре бәрелеште

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA