Башҡортостан архитекторҙары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостан архитекторҙары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы https://bash.news/news/109048_bashortostan_arxitektorary_bt_rsj_konkursynda_ee_yaulany

Татарстандан еңеү менән. Башҡортостандың ике архитекторҙар бюроһы Инопполис ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын һәм махсус приз яуланы.

Йәш архитекторҙарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы икенсе тапҡыр ойошторола. Быйыл унда Башҡортостан командалары ла үҙ көсөн һынап ҡарай. Конкурсҡа бөтәһе 700-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителә, әммә финалға ни бары 30 команда ғына сыға.

Азат Әхмәҙуллиндың командаһы Татарстандағы элеваторҙы төҙөкләндереү проектын эшләй һәм махсус призға лайыҡ була. Йәш архитектор әйтеүенсә, бындай конкурстар тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу йәһәтенән бик әһәмиәтле, сөнки һәр ваҡыт үҙеңде камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Әхмәҙуллиндарҙың үҙҙәренең архитектура бюроһы ла бар, улар Италияға барып уҡып ҡайтҡан.

Конкурста тағы бер Башҡортостан командаһы икенсе урынға лайыҡ була, был төркөм «Сантехприбор» заводын реконструкциялау проектын әҙерләй. Йәш архитекторҙар әйтеүенсә, финалға сығыу үҙе үк еңеү, ә урын яулау хыял ғына. Сөнки һынауҙар ҡатмарлы, ә ҡатнашыусылар көслө була.

Әммә яҡташтарыбыҙ һынатмай, бөтә баҫҡыстарҙы үтеп сығып жюри ағзаларының юғары баһаһын ала. Конкурс шарттарына ярашлы, хәҙер еңеүсе командалар социаль объекттар проектын әҙерләүҙә ҡатнаша. Ләйсән Заһитова әйтеүенсә, башҡа төбәктәрҙән килгән йәштәр менән аралашыу яңы башланғыстарға нигеҙ һала.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан архитекторҙары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир