Баймаҡ районы «Ҙур этнографик диктант » Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Баймаҡ районы «Ҙур этнографик диктант » Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды https://bash.news/news/109049_bajma_rajony_ur_etnografik_diktant_bt_rsj_akciyayna_ushyldy
02 ноя 2019, 22:16

Күләмле сарала илебеҙ дүртенсе тапҡыр ҡатнашһа, район халҡы иһә икенсе тапҡыр үҙ белемен һынап ҡараны.

Баймаҡ районында этнографик диктант яҙыу урыны итеп Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы – Темәс ауылы билдәләнде. Икенсе йыл уҙғарылған сарала ауылда йәшәүселәр ҙур теләк менән ҡатнаша.

Этнографик диктант һорауҙарға яуап биреү формаһында үтте. Тест ауыр, әммә ҡыҙыҡлы. Башҡортостан халҡына, мәҙәниәте ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреү артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмаһа, башҡа милләт теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, аш-һыуына бәйле мәғлүмәттәр уйға һалды.

Быйыл этнографик диктант, үткән йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк ҡатнашыусыны йыйҙы. Улар араһында икенсе тапҡыр этномәҙәни өлкәлә үҙ белемдәрен һынап ҡараусылар ҙа бар ине.

Һәр кем һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә тырышты. Сара һуңында акцияла ҡатнашыу тураһындағы сертификаттар тапшырылды. Кемдәр иһә был юлы этнографик диктанттан ситтә тороп ҡалған, улар беренсе ноябрҙән дүртенсе ноябргә тиклем рәсми сайтта үҙ белемдәрен тикшерә ала.

Автор: Әлфиә Хәмитова.

Баймаҡ районы «Ҙур этнографик диктант » Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA