Белорет районы Ғәбдөк ауылында электр уты мәсьәләһе хәл ителерме?

Белорет районы Ғәбдөк ауылында электр уты мәсьәләһе хәл ителерме? https://bash.news/news/109056_beloret_rajony_bdk_auylynda_elektr_uty_msle_xl_itelerme
02 ноя 2019, 22:56

Күмәкләгән яу ҡайтарған. 43 йыл самаһы элек һуҙылған электр селтәре ваҡыт еленә ҡаршы тора алмаған. Бында бағана ҡыйшая, тегендә сымдар өҙөлә. Шуға ла Ғәбдөк ауылы уҙамандары оператив төркөм төҙөгән. Вахтала эштә булмағандар электр селтәрен ҡарауылларға сыға. Һуңғы арала өҙөклөктәр йыш күҙәтелә, - ти ауыл старостаһы Линур Ғәлиәкбәров

Линур Ғәлиәкбәров, Ғәбдөк ауылы старостаһы: Селтәр иҫкергән, бағаналар ауа. Хеҙмәтләндергән кешеләр юҡ үҙебеҙ йөрөйбөҙ”.

Ғәбдөк Белореттың иң төпкөл ауылдарының береһе. Электр ҙа бында уҙған быуаттың 70-се йылдарында ғына килеп етә. Ильич уттары Шишмә-Белорет тимер юлы менән бергә үтә. Тауҙар аша сым һуҙып тормай ғына эргәнән үткән транспорттың электр линияһы ҡеүәттәренә тоташа Ғәбдөктәр.

Шул көндән алып үҙгәреш юҡ. Әммә 2015 йылда суд ҡарары менән ауылдың электр селтәре махсуслашҡан ойошмаға тапшырыу шарты менән Зөйәк ауыл биләмәһе балансына күсерелә. Һөҙөмтәлә ауыл халҡы шулай уҡ тимер юлы селтәренән килгән энергияны файҙанала, ә аҡсаны «Башэлектробыт» ойошмаһының Белорет ойошмаһына күсерә башлай.

Гөлирә Нуриева: “Тимер юлы ҡулланылған электр энергияһы өсөн әле эшләмәй торған вокзалдарҙы яҡтыртыу һәм йылытыу өсөн ҡулланыла тип отчет бирә. Беҙ аҡсаны ЭКСБ-ға түләйбеҙ. Аҡса кемдеңдер кеҫәһенә китә”.

Тимер юлының электр селтәрҙәре менән файҙаланыу сәбәпле ауылда ток көсө тотороҡһоҙ. Шуға ла көнкүреш әйберҙәре йыш эшлектән сыға. Бынан тыш, ҡулланылған түләүҙәр менән дә барыһы да асыҡ һәм аңлайышлы түгел.

Фәтҡуллиндар Ғәбдөктә абруйлы кешеләр. Рәсимә апай ғүмер буйы фельдшер, Зөфәр ағай электрик булып эшләгән. Әле улар хаҡлы ялда. Пенсионерҙар ҡулланылған электр энергияһы өсөн ваҡытында иҫәпләшеп барырға күнеккән. Һүҙҙәрен улар түләнгән квитанциялар менән дәлилләй. Әммә яңыраҡ Башэлектросбыт ойошмаһы оло йәштәгеләргә суд менән янап хат ебәргән. Иҫкәртеүҙәр ярты ауылға килгән.

Рәсимә Фәтҡуллина, Ғәбдөк ауылында йәшәүсе: “Беҙ ай һайын түләп барабыҙ, суд менән ҡурҡыталар. 8 мең бурыс тип яҙылған. Башҡа һыймай”.

Мәсьәлә ололарҙың ғына түгел, балаларҙың да үҙәгенә үткән. Ул урындағы мәктәптең башланғыс синыф уҡыусылары ижадында ла сағылған. Рәсем дәресендә ирекле темаға төшөрөлгән һүрәттәр күпте күргән уҡытыусыларҙы ла шаҡ ҡатырған.

Рәүфә Айытбаева, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы: “Ирекле һүрәт төшөрөгөҙ тигән балалар электр сымдарының өҙөлөүен һүрәтләгән. бала күңеле бит аҡ ҡағыҙ. мәсьәлә барыһының да үҙәгенә үткән”.

Ауылдың элекке старостаһы, йәмәғәт активисы Нурил Йосоповҡа ла мәсьәләне хәл итеүҙәрен үтенеп төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең тупһаларын тапарға, тиҫтәләгән хат яҙыға тура килгән.

Нурил Йосопов, активист, Элеккке президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовҡа, белорет районы башлығы Вячеслав Мироновҡа ла яҙҙым. Ҡыҙғанысҡа ыңғай яуап ала алманыҡ”.

Зөйәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радим Салауатов фекеренсә, мәсьәлә махсуслашҡан ойошманың Ғәбдөк ауылы электр селтәрен үҙ балансына алырға теләмәүе менән бәйле.

Радим Салауатов, Зөйәк ауыл биләмәһе башлығы: “Горсеть ойошмаһы Ғәбдөктө алырға теләмәй сөнки селтәр ныҡ туҙған. Бағаналар, сымдар туҙған. Невыгодно тейҙәр”.

2005 йылда Ғәбдөк дөйөм электр селтәренә тоташтырыла башлай.Зөйәк ауылынан 2 километр арала бетон бағаналар ултыртыла.Эште тамамлауға республикала власть алмашыныуы ҡамасаулай. Төҙөлөп бөтмәгән селтәр әле лә уҙған тиҫтә йылдың асыҡ сағылышы булып ҡала бирә. Урындағы халҡы иһә ҡасан да булһа башланған тамамланыр тип өмөтләнә.

Әлегә Ғәбдөктәргә 40 ҡоршалған электр селтәре менән файҙаланырға тура килә. Ябай халыҡ ҡулланыусы ла, хеҙмәтләндереүсе лә. Тимер юлы ток биреүҙән генә туҡтамаһын, ти улар. Шәхси хәүефһеҙлектәрен онотоп ябай халыҡ бағана төҙәтергә лә, сымдарҙы ялғарға ла әҙер.

Ай һайын тейешенсә күрһәтелмәгән хеҙмәттәр өсөн аҡса йыйыусы ойошма вәкилдәре һәм яуаплы етәкселәргә Ғәбдөк аҙналар дауамында утһыҙ ултырһа ла барыбер. Ауыл бит тау араһында, уттары юлдан күренмәй. Мәсьәләне хәл итеү юлдарын белешеү маҡсатында Белорет районы хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иттек, әммә был өлкә өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр журналистар менән аралашыуҙы кәрәк тип тапманы.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Белорет районы Ғәбдөк ауылында электр уты мәсьәләһе хәл ителерме?

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров