Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бөгөн тамамланды

Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бөгөн тамамланды https://bash.news/news/109057_sanktpeterburgta_bashortostan_mnite_m_marify_kndre_bgn_tamamlandy
02 ноя 2019, 23:59

Милли кейем,биҙәүестәр күргәҙмәләре эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде һәм ҙур концерт ойошторолдо. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төнъяҡ баш ҡалаһына Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы барҙы. Бөгөн үткән саралар тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Бөгөн милләтәштәребеҙ Санкт-Петербургтағы «Рекорд» йәштәр йортонда йыйылды. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе өлкәндәргә,йәштәргә һәм кескәйҙәргә төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә яңы проекттар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды.

Башҡортостан мәғариф министрлығы тарафынан туған телдәпҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт пртограммалары ярҙамында булдырылған бер нисә интерактив проект бар. Ул башҡорт телен өйрәнеү буйынса Башҡортостан илселәре һәм интернетта онлайн дәрестәр. Санк Петербургта йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә һәм ошо ресурстарҙы ҡулланып эшләргә өйрәтелде. Ә йәштәр социаль проекттарҙа ҡатнашыу тураһында һөйләште. Респулика һәм ил кимәлендә Гранттар отоу һәм уларҙы ҡулланыу юлдары ҡаралды.

Кескәйҙәр өсөн «Тамыр» телеканалынан башҡорт телендә әкиәттәр яҙылған дисктар бүләк ителде.Бында «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбленең кескәйҙәр төркөмө эшләп килә. Улар ата-әсәйҙәр башланғысы менән халҡыбыҙ бейеүҙәренә өйрәнә.

Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре ҙур концерт менән тамамланды. Ҡалала утыҙ йыл эшләп килгән «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбле матур бейеүҙәре һәм йырҙары менән һөйөндөрҙө.

Бер нисә көн эсендә үткән йылы осрашыуҙар киләсәктә тағы ла берҙәм булыпға бәйләнештәпҙе нығытты. Санкт-Петербургта йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тыуған еренән алыҫта йәшәһә лә үҙ тамырҙарын онотмауын, ә, бәлки, рух тойғоһоноң икеләтә көслө булыуын иҫбатланы.Ә был республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейына баһалап бөткөһөҙ бүләк.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бөгөн тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров