Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы»нда байрам саралары үтте

Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы»нда байрам саралары үтте https://bash.news/news/109107_fl_duly_monumentynda_bajram_saralary_tte
04 ноя 2019, 22:00

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған рәсми саралар бөгөн Башҡортостан етәкселегенең «Дуҫлыҡ монументы»на сәскәләр һалыуҙан башланды.

Унда Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, вице-премьерҙар Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Рөстәм Моратов, Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, депутаттар һәм республикала йәшәүсе төрлө милләт диаспоралары вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡорт һәм рус дуҫлығының 400 йыллығына арнап төҙөлгән архитектур ҡоролма тотҡаһы ергә күмелгән ҡылысты хәтерләтә. Уның ике яғында тыныслыҡ билдәһе лавр япрағынан үрелгән венок тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар ултыра. Башҡортостан әле лә милләт-ара татыулыҡ, халыҡтар берҙәмлегенең сағыу өлгөһө.

Автор: Айнур Кәбиров.

Өфөлә «Дуҫлыҡ монументы»нда байрам саралары үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA