Халыҡтар дуҫлығы көнөнә арналған сара «Башҡортостан» концерт залында үтте

Халыҡтар дуҫлығы көнөнә арналған сара «Башҡортостан» концерт залында үтте https://bash.news/news/109108_xalytar_dulyy_knn_arnalan_sara_bashortostan_koncert_zalynda_tte
04 ноя 2019, 22:06

Фойела республикала йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының милли-мәҙәни хазиналарын сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмә, байрам концерты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл сара Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң 25 йыллығы сиктәрендә үтә. Дуҫлыҡ, берҙәмлек, татыулыҡ сағылышына әүерелгән тантананан БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Илештәр был байрамда тәүге тапҡыр, районда 6 ай элек кенә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй башлаған. Ойошма милли-мәҙәни хазиналарҙы һаҡлау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү эшен алып бара, быуындар күсәгилешлеген һаҡлай.

Илеш районныда асылған милли-мәҙәни үҙәк һуңғыһы түгел. Сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләгән Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошмаларҙы республика төбәктәрендә лә, унан ситтә лә, башҡа илдәрҙә лә асырға ниәтләй.

Әүҙем эшләгән ойошмаларға бөгөн маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары ла тапшырылды. Милли үҙәктәр вәкилдәре фекеренсә, Башҡортостанда һәр милләт үҙ телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнһен, һаҡлаһын, киләсәк быуынға тапшырһын өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.

Башҡортостандың төп байлығы – күп милләтле халҡы, әле республикала йөҙҙән ашыу милләт дуҫ, татыу йәшәй. Республиканың социаль-иҡтисади тотороҡлоғо ла уларҙың берҙәм, тырыш хеҙмәтенән ҡорола.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө сағыштырмаса йәш байрам, әммә уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Берҙәмлек бер-береңдең теленә, диненә, мәҙәни ҡомарт-ҡыларына, тарихына ихтирамдан башлана.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Халыҡтар дуҫлығы көнөнә арналған сара «Башҡортостан» концерт залында үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA