Башҡортостан Рәсәйҙең иң полиэтник төбәктәренең береһе

Башҡортостан Рәсәйҙең иң полиэтник төбәктәренең береһе https://bash.news/news/109109_bashortostan_rsje_i_polietnik_tbktrene_beree
04 ноя 2019, 22:07

Республикала 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙ тарихы, йолалары, ғөрөф-ғәҙәте бар. Милләттәр төрлөлөгө буйынса Башҡортостандан тыш, Дағстан республикаһы ла лидерҙар иҫәбендә. Киләһе яҙма Өфөлә йәшәүсе этник-ара ғаилә тураһында.

Камил исемле ул тәрбиәләгән ғаиләлә милләт-ара татыулыҡ тантана итә. Хужабикә башҡорт-татар милләтенән булһа, ә уның тормош иптәше авар. Османовтарҙың бер бөтөн булып йәшәүҙәренә ике тиҫтә йыл. Улар ике яҡтың да милли традицияларын хөрмәт итергә тырыша. Мәҙәниәттән бигерәк, милли кухня беренсе урында ҡала.

Ике республика араһындағы ғаилә күперенә Өфөлә нигеҙ һалына. Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасы һөнәрен үҙләштергән Әбделкәрим Османов беҙҙең төбәктә ҡалырға ҡарар итә. Үҙенең буласаҡ тормош иптәшен дә тап бында осрата.

Әбделкәрим Османов, ғаилә башлығы: “Мин ишле ғаиләнән. Һигеҙ малай үҫтек. Атайым бер ваҡытта ла кемгә өйләнергә, ниндәй милләттән кәләш алырға тип әйткәне булманы. Минең Башҡортостанға уҡырға килеп, бында ҡалыуым йоғонто яһаны. Буласаҡ тормош иптәшемде осраттым. Бер кем дә ҡаршы төшмәне. Оҡшаш яҡтарыбыҙ ҙа етерлек”.

Рита Османованың да ата-әсәһе ҡыҙҙарының авар милләте вәкиленә кейәүгә сығыуына ҡаршы булмаған. Был осраҡта милләт түгел, ә үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, һөйөү һәм бер-береңә ҡарата хөрмәт ярылып ята. Әйткәндәй, Османовтарҙың дуҫтары араһында ла этник яҡтан ҡатнаш ғаиләләр күп. Шулай уҡ, милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек тантана итә.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡортостан Рәсәйҙең иң полиэтник төбәктәренең береһе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA