Благовещендан 21 бала тәрбиәләүсе ғаилә «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсында тәүге урын яулаған

Благовещендан 21 бала тәрбиәләүсе ғаилә «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсында тәүге урын яулаған https://bash.news/news/109110_blagoveshhendan_21_bala_trbilse_ail_volga_bujyny_uyshly_aile_konkursynda_tge_uryn_yaulaan
04 ноя 2019, 22:10

Вәлиевтар район кимәлендә пассажирҙар ташыу бизнесын яйға һалған. Бәйгелә лә улар тап «Ғаилә эше» номинацияһында еңеүгә ирешә. Эшһөйәр, оло йөрәкле ата-әсә хаҡында киләһе видеояҙма.

Әсәләренең төп ярҙамысылары – иң бәләкәй ҡыҙҙары. Аш-һыу әҙерләгәндә – плита янынан китмәйҙәр, пиццаны ла, бәлеште лә бешерә белә улар. Ирина Александровна балалар тәрбиәләүгә етди ҡарай – «Эшһөйәрлек – булырға тейеш тормош девизы».

Ҡунаҡтар тип, өҫтәл артына бер туғанға әйләнеп бөткән балалар йыйыла. Был йорт улар өсөн иң ҡәҙерлеһе, терәк урын. Ирина Александровна менән Вәхит Рауил улының башта үҙҙәренең ике ҡыҙы һәм бер улы була, артабан ғаиләлә малай-ҡыҙҙар ете тапҡырға арта. 2004 йылдан алып ата-әсә балалар йорттарында ҡарауһыҙ ҡалған сабыйҙарға йөрәк йылыһын бүләк итә башлай.

Бөгөнгө табындың төп сәбәбе – фатир туйлау. Ҡыҙҙары Карина Волкова дәүләт ярҙамы менән йортло булған. Вәлиевтарҙа тәрбиәләнгән 21 баланың һигеҙе инде хәҙер үҙҙәре ғаиләле.

Карина Волкова: “Туғыҙынсы синыфта уҡыған сағымда тәрбиәгә алдылар. Тәү күреүҙән мине опекаға алыусыларҙы яҡын күрҙем. Атай-әсәй тип өндәшәм, хәҙер үҙемдең ғаиләм булыуға ҡарамаҫтан, аҙна һайын ҡунаҡҡа киләм. Бәйләнеш өҙөлмәй”.

Вәлиевтар былтыр тәрбиәгә алты йәшлек Олегты ала. Мөмкинлектәре сикләнгән бала бер ҡасан да һөйләшә алмаясаҡ тиҙәр, әммә ата-әсә һөйөүен татыған малайҙың теле асыла башлаған. Тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға - ғаилә яңыраҡ Саранскиҙа үткән конкурста "Ғаилә эше" номинацияһында ҡатнашып, еңеү менән ҡайтҡан. Ата-әсә балаларға бар яҡлап та өлгө. Благовещен районында пассажирҙар ташыу өлкәһендә бизнес ойоштороп, ҡала менән ауылдар араһында транспорт бәйләнеше булдыра.

Ирина Вәлиева-Вервельская: “2010 йылда күп балалы ғаилә булараҡ дәүләттән Газель алдыҡ. Беҙ был транспортта балалар менән барлыҡ Башҡортостанды урап сыҡтыҡ тиһәң була, әммә ул күп осраҡта буш торҙо. Шуға файҙаһын күрәйек тип, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлдем. Пассажирҙар ташыу йүнәлешендә эшләргә булдыҡ. Маршруттар асып, лизингҡа тағы ла һигеҙ машина алдыҡ”.

Бәләкәй бизнес үҫешендә балалары төп таяныс. Руль артында хәҙер улдары, кейәүҙәре йөрөй. Ирина Александровна барлыҡ документ эше өсөн яуаплы. Ҡәҙерле кешеләрен эшкә оҙата, ҡаршы ала. Машиналар тахограф, глонасс менән тәьмин ителгән. Ғаилә башлығы билдәләүенсә, йәмәғәт транспорты менән идара иткәндә - иң мөһиме хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, пассжаирҙар менән яҡшы мөнәсәбәттә булыу.

Бөгөн ғаилә бизнесы сәскә ата тиергә мөмкин. Вәлиевтар барлыҡ Благовещен районы халҡын ҡалаға йөрөтә. Йәмғеһе ун бер маршрут төҙөлгән. Иң алыҫ ауыл ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Пассажирҙар ҙа даими йөрөгән автобустарға ҡыуанысын йәшермәй.

Вәлиевтар ғаиләһе пассажирҙар ташыу менән генә сикләнергә уйламай. Киләһе йылдарҙа улар питомник ойоштороп, ҡалала сәскә, ағас үҫентеләре менән сауҙаны яйға һалырға йыйына. Ата-әсәнең барлыҡ башланғыстарын балалары ла ҡеүәтләп тора. Берҙәм эш еңеүҙәргә илтә лә инде.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Благовещендан 21 бала тәрбиәләүсе ғаилә «Волга буйының уңышлы ғаиләһе» конкурсында тәүге урын яулаған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA