Стәрлетамаҡта «Башҡорт ихаталары» проекты ғәмәлгә уңышлы ашырыла

Стәрлетамаҡта «Башҡорт ихаталары» проекты ғәмәлгә уңышлы ашырыла https://bash.news/news/109111_strletamata_bashort_ixatalary_proekty_mlg_uyshly_ashyryla

Программа сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 62-се йорт биләмәһе төҙөкләндерелде. Йортта йәшәүселәрҙең теләге буйынса иң тәүҙә резина түшәлгән хәүефһеҙ балалар һәм спорт майҙансығы булған комплекс сафҡа инде.

Бынан тыш, тротуарҙар, парковка яңыртылып, биләмә йәшелләндерелде, видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылды. Һуңғы ун йыл эсендә бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған подъездар заман талаптарына ярашлы итеп үҙгәртелде. Тәртипкә килтерелгән бинала яңы почта йәшниктәре беркетелде.

Наталья Винокурова, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе: “Халыҡ ремонт һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт. Стеналарҙың төҫөн, биҙәү элементтарын үҙебеҙ һайланыҡ. Фатир хужалары төҙөкләндереүҙә дәррәү ҡатнашты. Подъезды яңыртылған хәлдә һаҡлар өсөн бында сит кешеләрҙе индермәйбеҙ”.

Тыныслыҡ урамындағы күп фатирлы йортта һуңғы ун йылда бер тапҡыр ҙа ремонт үткәрелмәгән булған. Стәрлетамаҡ буйынса төҙөкләндереү программаһына тағы ла 18 ихата һәм 42 күп фатирлы йорт ингән. «Башҡорт ихаталары» проектын тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленде. Программа биш йыл дауамында ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Илнур Атласов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, инженер тәьминәте идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: “Ихаталағы эскәмйәләр, сүп-сар урналары, кәртәләр ҙә яңыртылды. Программа сиктәрендә граждандарға ҡамасаулаған иҫке гараждарҙы һүттек. Йыл аҙағына тиклем башҡа ихаталар ҙа төҙөкләндереләсәк”.

Автор: Флорида Ким.

Стәрлетамаҡта «Башҡорт ихаталары» проекты ғәмәлгә уңышлы ашырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров