Өфөлә шәхси секторҙа янғынға ҡаршы рейд үткәрелде

Өфөлә шәхси секторҙа янғынға ҡаршы рейд үткәрелде https://bash.news/news/109112_fl_shxsi_sektora_yanyna_arshy_rejd_tkrelde
04 ноя 2019, 22:11

Һүндергәнсе, иҫкәртеү хәйерле. Маҡсат халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу.

Өфө ҡалаһының Дизель урамында янғын һүндереүселәр десанты. Байрам көндө хужаларҙың күбеһе өйҙә булырға тейеш. Иҫкәртеү эше алып барыу уңайлы булыр тигән өмөттә хеҙмәткәрҙәр рейдҡа сыҡты.

Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, хужалар ҡолас йәйеп көтөп тормай. Күптәр ишек шаҡығанға яуап та бирмәй. Битәрләү һүҙҙәре лә ишетергә тура килә. Шуға ҡарамаҫтан инструктаж дауам итә. Урындағы предприятиеларҙың береһендә өлкән һаҡсы булып эшләгән Флорид Сәхибгәрәев янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә яуаплы ҡарай.

Статисткиа буйынса көндәр һалҡынайтҡан осорҙа ут сығыу осраҡтары йышая. Күптәр йылытыу ҡоролмаларын ҡабыҙа, мейескә утынды ла артығын һалып ташлай. Һөҙөмтәлә ут сыға. Рейдтың төп маҡсаты ла халыҡҡа хәүефһеҙлек нигеҙҙәрен аңлатыу.

Янғынды һүндергәнсе уны иҫкәртеү хәйерле, - тигән фекерҙә хеҙмәткәрҙәр. Шуға ла халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуға улар яуаплы ҡарай. Рейдтар киләһе көндәрҙә ла дауам итәсәк.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Өфөлә шәхси секторҙа янғынға ҡаршы рейд үткәрелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA