Республика яңы финанс йылына 20 миллиардтан ашыу дефицит менән инә

Республика яңы финанс йылына 20 миллиардтан ашыу дефицит менән инә https://bash.news/news/109159_respublika_yay_finans_jylyna_20_milliardtan_ashyu_deficit_menn_in
05 ноя, 13:17

Был турала бөгөн Өфөлә Башҡортостандың 2020-2022 йылға планлаштырылған бюджет законы проекты буйынса үткәрелгән йәмәғәт тыңлауҙарында хәбәр ителде. Алдан күҙаллау буйынса, киләһе йылда төбәк ҡаҙнаһына 194 миллиард һум аҡса килеүе, ә сығымдар иҫәбе 216 миллиард булыр тип көтөлә. Республика финанс министры Лира Иғтисамова дефицитты ҡаплау планы менән таныштырҙы.

Республика яңы финанс йылына 20 миллиардтан ашыу дефицит менән инә

Республика яңы финанс йылына 20 миллиардтан ашыу дефицит менән инә

Киләһе өс йылда ла бюджеттың төп өлөшө мәғариф, сәләмәтлек һәм башҡа социаль өлкәләргә бүленә, тине билдәләне Иҡтисад, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты рәйесе Рида Собханғолова.

Республика яңы финанс йылына 20 миллиардтан ашыу дефицит менән инә

Республика бюджетының закон проекты буйынса киләһе ултырыш 19 ноябргә тәғәйенләнде.

Юлдаш
Новости партнеров