Республика онкология диспансерына яңы ҡорамалдар ҡайтарылды

Республика онкология диспансерына яңы ҡорамалдар ҡайтарылды https://bash.news/news/109179_respublika_onkologiya_dispanseryna_yay_oramaldar_ajtaryldy
05 ноя 2019, 18:00

Медицина йыһаздары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса урынлаштырылды. Яман шеш ауырыуҙарын асыҡлау өсөн рентген комплексы, компьютер томографы, маммограф, микроскоп һәм видеобронхоскоп тапшырылды.

Республика онкология диспансерына яңы ҡорамалдар ҡайтарылды
Республика онкология диспансерына яңы ҡорамалдар ҡайтарылды

Яңы ҡорамалдар ярҙамында йылына 120 меңдән ашыу кешегә медицина тикшеренеүе үткәрергә мөмкин. Был эш “Яман шешкә ҡаршы көрәш” программаһы буйынса алып барыла. #милли_проекттар # нацпроекты

Юлдаш
Новости партнеров