Учалы районында инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

Учалы районында инвестиция проекты тормошҡа ашырыла https://bash.news/news/109207_uchaly_rajonynda_investiciya_proekty_tormosha_ashyryla
05 ноя 2019, 22:59

Силәбе эшҡыуарҙары менән берлектәге проект 2019 йылдың июлендә республика эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡаралған, газ тәьминәте менән бәйле техник мәьәләләр ыңғай хәл ителгән. Әлеге ваҡытта Учалыла яңы элеватор ҡораусыларға субсидия алыу һәм грантта ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Иген культураларын эшкәртеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

Был келәттәргә иген район хужалыҡтарынан килтерелә. Һалынған һәр иген бөртөгө ҡәҙерле. Келәттәр яҡшы итеп аҡланған, дезинфекция үткән, түбәһе сифатлы ҡалай менән ябылған. Элеватор автомобиль һәм тимер юлдарына тоташҡан. Комплекс файҙаланыуға тапшырылыуға 25 кешегә хеҙмәт урыны буласаҡ.

Антон Жигалов, «Учалы элеваторы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт етәксеһе: “Беҙ 24-шәр метрлы 100 тоннаға тиклем тартҡан ике автоүлсәү ҡорҙоҡ, әлеге ваҡытта киптереү-таҙартыу компексын ҡороу эштәре тамамланыу өҫтөндә, лабораторияны тулыһынса йыһазландырҙыҡ”.

Лаборатория тулы ҡеүәтенә эшләй. Иген, арпа, етен орлоҡтары инфекция менән зарарланғамы, юҡмы икәнлеге, дымлылығы, крахмал, клейковина, аҡһым миҡдары асыҡлана. Ҡоро бойҙайҙан, дым күп миҡдарҙа булғаны айырым келәттәргә урынлаштырыла.

Зәйнәб Сиранова, лаборатория мөдире: “Беҙҙең бурыс бойҙайҙың сифаты өсөн көрәшеү. Ентекле анализдар үткәреп етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында асыҡлау”.

Учалы элеваторы биләмәһендә бер генә минутҡа ла төҙөлөш һәм ҡорау эштәре тынмай. Эшселәр комплекстың метал констуркциянан торған өлөштәрен урынлаштыра.Иген таҙартыусы сепаратор ҡоролоп бөткән дә инде. Күләмле проектҡа тотонған эшҡыуарҙар район һәм республика етәкселеге тарафынан да аңлау һәм хуплау тапҡан.

Руслан Ғиләжетдинов, Учалы районы хакимиәте башлығы: “Был ҙур преоктҡа инвесторҙар 100 миллион һум аҡса бүлде. Һикһән процент эш үтәлгән. Лаборатория, үлсәүҙәр ҡоролдо. Бик тырышып эшләйҙәр”.

Комплекс иген һәм май биреүсе культураларҙы таҙартыу, киптереү, һаҡлау ролен үтәйәсәк. Ауыл хужалығына инвеститиция йүнәлтеүселәр субсидия формаһында дәүләт ярҙамына ла документтар тапшырған. Учалы элеваторын модернизациялаусы инвесторҙар Силәбе өлкәһенән, әммә предприятиелары Учалыла теркәлгән, тимәк, һалымдар ҙа район бюджетын тулыландырасаҡ. Ә эшҡуарҙар киләсәктә экспортҡа ла иген оҙатырға ниәтләй.

Был элеватор келәттәрендә 25 мең тоннаға яҡын ашлыҡ һаҡлана, тәүлегенә 1000 тоннанан ашыу иген ҡабул итә ала. Инвестор ярҙамында төҙөлгән элеватор ноябрь аҙаҡтарында файҙаланыуға тапшырыласаҡ тип көтөлә.

Автор: Гүзәл Борханова.

Учалы районында инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир