Саҡмағош районы йәш хоккейсылары урындағы хакимиәт башлығы кубогы өсөн ярышты

Саҡмағош районы йәш хоккейсылары урындағы хакимиәт башлығы кубогы өсөн ярышты https://bash.news/news/109215_samaosh_rajony_jsh_xokkejsylary_urynday_xakimit_bashlyy_kubogy_sn_yaryshty
05 ноя 2019, 23:09

Боҙға ете ауыл мәктәбе командалары сыҡты. Турнир көсөргәнешле, ҡыҙыу үтә. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Яңы Балтас һәм Тайнаш ауылдары уйынсылары уртаҡлашһа, Кубок Имәнлеҡул ауылы уҡыусыларына эләкте. Сара сиктәрендә иң яҡшы һаҡсы, һөжүмсе, ҡапҡасылар ҙа билдәләнде. Ҡыш яҡынлашып килә, тимәк, сәләмәт тормошто пропагандалаусы турнир ҙа даими уҙғарыла башлаясаҡ.

Линар Биктимеров, Имәнлеҡул ауылы мәктәбе уҡыусыһы: “Беренсе уйынды Үрнәк ауылы мәктәбе командаһы менән уйнаныҡ, уларҙы 8-0 еңдек. Мин үҙем хоккей һәм башҡа спорт уйындарын уйнарға яратам. Үҙебеҙ мәктәптән ҡайтҡас, хоккейға йөрөйбөҙ.Минеңсә, спорт сәләмәтлек бирә”.

Миңһылыу Исҡужина, Иҫке Бәшир ауылы мәктәбе уҡытыусыһы: “Уҡыусылар кемдер еңелә, кемдер еңә. Шулай булһа ла һәр баланың кәйефе бик шәп. Ярышҡа берҙәм, әүҙем киләбеҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Саҡмағош районы йәш хоккейсылары урындағы хакимиәт башлығы кубогы өсөн ярышты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир