Радий Хәбиров 2020 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәрергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров 2020 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәрергә вәғәҙәләне https://bash.news/news/109278_radij_xbirov_2020_jylda_byudzhet_lke_xemtkrren_esh_xayn_ktrerg_vlne
06 ноя 2019, 18:02

Был турала Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Киләһе йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә быйылғы менән сағыштырғанда, эш хаҡы өсөн 1 миллиард 600 миллион һумға күберәк йүнәлтәбеҙ. Ә өс йылда уларҙың эш хаҡы 9 миллиард 700 миллион һумға арта. Бындай үҫеште һәр кем тоя аласаҡ”, - тип яҙған Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров 2020 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәрергә вәғәҙәләне
Радий Хәбиров 2020 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәрергә вәғәҙәләне

Башҡортостан етәксеһе граждандарҙы социаль тәьмин итеү, һаулыҡ һаҡлау, дарыуҙар һатып алыу, ихаталар, подъездар, лифтар, һыу торбаларын ремонтлау, ауыл һәм ҡалаларҙа урамдарҙы яҡтыртыу өсөн күберәк аҡса бүленәсәге тураһында ла хәбәр иткән.

Киләһе йылдарға бюджет проекты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ебәрелгән. “Депутаттар халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн аҡса тотонорға тырышыуыбыҙҙы хуплар”, - тип тамамлаған яҙмаһын Радий Хәбиров.

Юлдаш
Новости партнеров