Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны башланды

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны башланды https://bash.news/news/109279_bgn_fl_xalyara_marif_salony_bashlandy
06 ноя, 18:06

Унда мәғариф өлкәһе вәкилдәре, эшҡыуарҙар, уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре ҡатнаша. Буласаҡ абитуриенттар ҡабул итеү комиссиялары белгестәренән консультация ала, уҡыу йорттары, уларҙың эшмәкәрлеге менән таныша. Программала фекер алышыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, ғилми, милли, һанлы, өҫтәмә, профессиональ белем биреү һәм башҡа тармаҡтар буйынса экспозиция ҡуйылған.

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны башланды
Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны башланды

Башҡортостан Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, был сара төбәктә мәғариф өлкәһендә тәжрибә туплау һәм уртаҡлашыуҙа төп майҙансыҡ булып тора.

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны башланды

Форумда “Ҡанатлан” программаһы аҫтында Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты “Интерактив башҡорт теле” проектын тәҡдим итте. Уның төп маҡсаты – телде белмәгән, әммә өйрәнергә теләгән һәр кемде башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү. Ул быйыл баш ҡаланың 8 мәктәбендә өйрәнелә башлай. “Теләгән һәр кем гаджеттарҙа онлайн дәрестәрҙе үҙләштерә ала, тиҙҙән интернетһыҙ эшләй торған мобиль ҡушымта ла сығасаҡ”, - ти Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйрүзә Үтәбаева.

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара мәғариф салоны башланды

Халыҡ-ара мәғариф салоны төбәктә мәғариф үҫешенә яңы һулыш булып тора, ти белгестәр. Форум Өфөнөң күргәҙмәләр үҙәгендә 9 ноябргә тиклем дауам итә.

Юлдаш
Новости партнеров