Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бюджет өлкәһендәгеләрҙең хеҙмәт хаҡын арттырырға вәғәҙә итте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бюджет өлкәһендәгеләрҙең хеҙмәт хаҡын арттырырға вәғәҙә итте https://bash.news/news/109298_bashortostan_bashlyy_radij_xbirov_byudzhet_lkendgelre_xemt_xayn_arttyryra_v_itte
06 ноя 2019, 23:08

Был турала ул социаль селтәрҙәрҙә яҙған.

«Киләһе йыл бюджет өлкәһендә эшләүселәргә быйылғыға ҡарағанда 1,6 миллиард һумға күберәк аҡса йүнәлтеләсәк, ә өс йылда уларҙың хеҙмәт хаҡы 9,7 миллиард һумға күтәрелә. Был килемде һәр кем тоясаҡ. Бынан тыш, киләһе йыл граждандарҙың социаль тәьминәтенә сығымдар 3,2 миллиард һумға арта

Бынан тыш, ихаталарҙы, подъездарҙы, лифттарҙы, һыу һәм электр селтәрҙәрен ремонтлауға 14,1 миллиард һум бүленә. Ул саҡта был проблема көн тәртибенән тулыһынса төшөп ҡалыр тип көтөлә.

Һуңғы өс йылда төбәк льготниктарын дарыуҙар менән тәьмин итеүгә сығымдар 2,3 тапҡыр артып, 3,1 миллиард һумға еткән. Шулай уҡ федераль бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

Киләһе йыл мотлаҡ медицина страховкалау сығымдары менән бергә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 91 миллиард һум аҡса тотонола. Был һандарҙы беҙ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йүнәлттек. Граждандар тормошон яҡшыртыуға тәғәйенләнгән тәҡдимдәрҙе депутаттар хуплар тип ышанабыҙ", тигән Башҡортостан етәксеһе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бюджет өлкәһендәгеләрҙең хеҙмәт хаҡын арттырырға вәғәҙә итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир