Бөгөн Өфөлә халыҡ-ара мәғариф салоны асылды

Бөгөн Өфөлә халыҡ-ара мәғариф салоны асылды https://bash.news/news/109299_bgn_fl_xalyara_marif_salony_asyldy
06 ноя 2019, 23:18

«ВДНХ–Экспо» күргәҙмәләр залында сарала Рәсәйҙең 40 төбәгенән тармаҡ вәкилдәре ҡатнаша. Инновацион уҡытыу алымдары, ҡаҙаныштар менән бүлешеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны дүрт көн буйы эшләйәсәк. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Аҡыллы теплица. Үҫемлекте лә планшет ярҙамында үҫтереп була. Күргәҙмәлә Башҡорт дәүләт аграр университеты күрһәткән тәжрибә – артыҡ хәрәкәтләнмәй генә юғары уңыш алыу. Һыу һипкес күтәреп баҡса буйлап йүгермәйһең, төймәгә баҫыу менән һыу ер еләге төбөнә үҙе ҡойола. Планшет менән идара ителгән система буйынса һыу һибеү автоматлаштырылған. Кукуруз дым ярҙамында үҫтерелә. Ғалимдар ниндәй ысул яҡшыраҡ икәнлеген тикшерә- һыу менәнме әллә дым ярҙамындамы.

Ә был робот автомобиль деталдәрен шымарта. Ҡул көсөн аҙыраҡ файҙаланып мөмкин тиклем эште еңеләйтеү. Фәндең техник мөмкинлектәр менән бергә алға барыуын күҙәткәндә, киләсәктә бөтә эш төймәгә баҫыуға ҡайтып ҡалыр һымаҡ. Республикалағы мәғариф һәм фән өлкәһендәге заманса асыштар

ВДНХ -экспо күргәҙмәләр залында асылған Халыҡ-ара мәғариф салонында тәҡдим ителә.

Быйылғы сара Мәғариф Милли проекттарын әүҙем тормошҡа ашырыу, шул ҡаҙаныштар менән уртаҡлашыу даирәһенең киңлеге менән айырылып тора. Милли проект емештәренең береһе – телде интернет аша өйрәнеү программаһы.

Дәүләт сәйәсәте – өҫтөнлөклө проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, был өлкәлә йәмғиәт һәм бизнес, мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү, милли мәғариф- полилингваль мәктәптәр булдырыу, һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү, мәғарифты һанлаштырыу һәм үҙенсәлекле балалар менән эшләү – сара ошондай һорауҙарҙы ҡараусы мультиформат майҙан.

Күргәҙмәгә ҡуйылған бөтә фәнни эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тормошта ҡулланыла. Мәҫәлән, эксперттар нисек итеп ялған аҡсаны ысынынан айырырға өйрәтә.

Мәғариф салонында күргәҙмәләрҙән тыш төрлө семинарҙар, интерактив сессиялар эшләй. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала, салон иртәнге ундан киске алтыға тиклем асыҡ. Быйылғы форумдың үҙенсәлеге- һәр көн айырым аудиторияға ҡаралған.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Өфөлә халыҡ-ара мәғариф салоны асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир