«Ватан» этнопаркы амфитеатры майҙанында дрифт ойоштороусыларға яза ҡаты буласаҡ

«Ватан» этнопаркы амфитеатры майҙанында дрифт ойоштороусыларға яза ҡаты буласаҡ https://bash.news/news/109300_vatan_etnoparky_amfiteatry_majanynda_drift_ojoshtorousylara_yaza_aty_bulasa
06 ноя 2019, 23:20

3 ноябрҙән 4-нә ҡарай төндә «Ватан»этнопаркы амфитеатры майҙанында бер-нисә водитель дрифт ойоштора. Видеокүҙәтеү камералары биләмәлә тәртип боҙған дифтер-вандалдарҙы теркәгән. Һөҙөмтәлә плитәләр, газондар, ямғыр һыуҙары канализацияһының декоратив рәшәткәләре емерелә.

Амфитеарҙа һәм «Торатау» конгресс-холы биләмәһендә йәмәғәт тәртибен боҙоу факттары хаҡында полиция хеҙмәте хәбәрҙар.Тәртип боҙоусыларҙың береһен Өфөнөң юл-патруль инспекторҙары ҡулға алған. Баш ҡала колледждарының береһендә белем алған 20 йәшлек студент «Деу-Нексия»машинаһында газондарҙы боҙған. Юл инспекторҙары ваҡиғала ҡатнашҡан башҡа водителдәрҙе асыҡлай.

Әлеге ваҡытта драйфта ҡатнашҡан тәртип боҙоусылар асыҡлана, улар күрһәткән матди зыян күләме иҫәпләнә, уларҙы иҫәпләгәндән һуң ғәйеплеләргә тейешле яза биреләсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

«Ватан» этнопаркы амфитеатры майҙанында дрифт ойоштороусыларға яза ҡаты буласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир