Тәтешле районындағы янғында йәрәхәтләнеүселәр Өфө дауаханаһына килтерелгән

Тәтешле районындағы янғында йәрәхәтләнеүселәр Өфө дауаханаһына килтерелгән https://bash.news/news/109301_tteshle_rajonynday_yanynda_jrxtlneselr_f_dauaxanayna_kilterelgn
06 ноя 2019, 23:21

Тәтешле районы үҙәгендәге торлаҡ йортта зыян күреүсе дүрт кеше, шул иҫәптән ғаилә башлығы менән уның биш йәшлек ҡыҙы дауалау өсөн Өфөгә килтерелгән.

5 ноябрь таңға ҡарай сыҡҡан янғын 29 йәшлек әсә менән уның ике балаһының ғүмерен өҙҙө. Муниципалитет башлығы Рушан Гәрәев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, мәрхүмдәрҙе ерләү иртәгә, ғаилә теркәүҙә торған Әрибаш ауылында үтә.

Янғында иҫән ҡалған 5 йәшлек ҡыҙҙы уның атаһы ҡотҡарып ҡалған. Баланың бите бешһә лә, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Атай кеше үҙе Өфөнөң тән бешеүен дауалау үҙәгенә һалынған. Хакимиәт башлығы белдереүенсә, иргә уның яңы йортон һалып бөтөүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.

Тәтешле районындағы янғында йәрәхәтләнеүселәр Өфө дауаханаһына килтерелгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир