Тирә-яҡты тәртиптә тотоу маҡсатында республика мәктәптәрендә экология дәрестәре үтә

Тирә-яҡты тәртиптә тотоу маҡсатында республика мәктәптәрендә экология дәрестәре үтә https://bash.news/news/109303_tiryaty_trtipt_totou_masatynda_respublika_mktptrend_ekologiya_drestre_t
06 ноя 2019, 23:22

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошторған сара балаларға экологик белем биреүҙе үҫтереү, уҡыусыларҙа тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла. Быйыл ғына төбәк мәктәптәрендә 1700-ҙән ашыу махсус дәрестәр үтә. БСТ каналы Флорида Ким дауам итә.

Башланғыс синыфта уҡыусы малай-ҡыҙҙар етди, әммә ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте уйын формаһында тыңлап экологик белемдәрен камиллаштыра. Балалар пластик шешәләрҙең ҡапҡастарын махсус йәшниктәргә ырғытып ауыр сирҙәрҙән яфаланған кешеләргә ярҙам итә алғанын белеп, социаль акцияға ҡушылыу ниәте менән яна.

Асыҡ дәрестең төп маҡсаты – сүп-сарҙы айырып йыйыу мәсьәләһенә иғтибарҙы арттырыу. Ҙур күләмдә йыйылған икенсе сеймалды эшкәртеп онкология диспансерының паллиатив бүлексәһе пациенттарына ярҙам итеп була.

Елена Воробьева, «Таҙа Өфө» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: “Ауырыуҙарҙы этеп йөрөтмәле кушетка һатып алыр өсөн 150 мең һум аҡса талап ителә. Был иһә 10 тонна ҡапҡас тигән һүҙ. Бер йыл эсендә беҙ тоннанан ашыу ғына ҡапҡас йыя алдыҡ – тимәк, кушетка алыр өсөн 10 йыл йыйырға тура киләсәк. Бик оҙаҡ, шуға ла кушетка урынына пациенттарға байрамдар һәм башҡа ярҙам саралары үткәреүгә күсәбеҙ”.

Өлкән синыф уҡыусылары өсөн дә экологик белем дәресе үткәрелде. Үҫмерҙәргә тирә-яҡ мөхит таҙалығы мәсьәләһенә битараф булмаған алдынғы ҡарашлы, эко-заман кешеһе миҫалдары килтерелде.

Быйыл Башҡортостан мәктәптәрендә экология проблемаһына иғтибар йәлеп итеү маҡсатында 1700-ҙан ашыу асыҡ дәрес ойошторола. Cарала ҡатнашҡан 60 мең мәктәп уҡыусыһының күбеһе ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып йәмәғәт эшмәкәрлегенә өҫтөнлөк бирә башлай.

Махсус урнаға йыйылған ҡалдыҡтарҙы экологтарға тапшырыу өсөн «Бәйләнештә» селтәре аша «Ҡапҡастар ярҙамға ашыға» төркөмө вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Иң күп ҡапҡас тәҡдим иткән активистарға ойоштороусылар бүләк вәғәҙә итә. Икенсе сеймал эшкәртеү заводына ебәрелгән төрлө төҫтәге продукция, балалар йортона йәки паллиатив ярҙам бүлегенә дарыуҙар, медицина ҡормалдары булып әйләнеп ҡайта.

Автор: Флорида Ким.

Тирә-яҡты тәртиптә тотоу маҡсатында республика мәктәптәрендә экология дәрестәре үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир