Башҡорт дәүләт аграр университетында урында уҡ практик эш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән уҡытыу бүлмәһе асылды

Башҡорт дәүләт аграр университетында урында уҡ практик эш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән уҡытыу бүлмәһе асылды https://bash.news/news/109304_bashort_dlt_agrar_universitetynda_urynda_u_praktik_esh_menn_shllne_mmkinlege_birgn_uytyu_blme_asyldy
06 ноя 2019, 23:23

Парта артынан тормайынса ғәмәли эшкә. Хәҙер студенттар баҫыуҙарҙа эшләйәсәк техниканы китапта ғына түгел, ысынбарлыҡта, тотоп ҡарап өйрәнәсәк.

Бындай уҡытыу бүлмәләре аграр университеты өсөн яңылыҡ түгел. Шулай ҙа бүлмәгә ҡуйылған техника яңылыҡ. Кировец тракторының был серияһы яңы ғына конвейерға ҡуйылған һәм күп хужалыҡтар, механизаторҙар өсөн дә ул ят. Заман студенттары илдә етештерелгән бар ауыл хужалығы техникаһының үҙенсәлеген, төҙөлөшөн яттан белергә тейеш, ти уҡытыусылар.

Бынан тыш студенттарға башҡа заманса шарттар ҙа тыуҙырылған. Хәҙер улар двигатель ҡоролошон 3 д ҡорамалдарҙа өйрәнәсәк. Буласаҡ инженер-механиктарға ғәмәли күнекмәләр менән бергә, интерактив лекциялар ҙа уҙғарырға мөмкин.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башҡорт дәүләт аграр университетында урында уҡ практик эш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән уҡытыу бүлмәһе асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA