Хәйбулла районы Атингән ауылы клубы ремонтлана

Хәйбулла районы Атингән ауылы клубы ремонтлана https://bash.news/news/109305_xjbulla_rajony_atingn_auyly_kluby_remontlana
06 ноя 2019, 23:24

Ул тулыһынса район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла. Капиталь төҙөкләндереү дүрт миллион алты йөҙ мең һум тәшкил итә. Түшәм-иҙәндәрҙе, стеналарҙы, ишектәрҙе, фасадты яңыртыу – башҡарылаһы эштәр күп. Шулай ҙа ноябрь аҙағына тиклем уны йомғаҡлап ҡуйыу бурысы билдәләнгән.

Ремонт эштәрен «Вавилон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән урындағы эшселәр алып бара. Ауыл халҡы әйтеүенсә, төҙөкләндереүҙе улар күптән көткән. Сөнки төрлө саралар, байрамдар ваҡытында был бина бер ваҡытта ла буш тормай. Ошондай уҡ эштәр йыл аҙағына тиклем район ҡаҙнаһы иҫәбенә Вәзәм ауылы мәҙәниәт усағында ла башҡарылыр тип күҙаллана.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Хәйбулла районы Атингән ауылы клубы ремонтлана

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров