Урал аръяғының ете районы таҡмаҡтар ярышында һынау тотто

Урал аръяғының ете районы таҡмаҡтар ярышында һынау тотто https://bash.news/news/109308_ural_aryayny_ete_rajony_tamatar_yaryshynda_ynau_totto
06 ноя 2019, 23:34

Баймаҡ районы Темәс ауылында «Таҡмаҡтар бәйгеһе» республика фестивале үтте Мәҙәни сара Театр йылына, республиканың 100 йыллығына һәм «Темәс» тарихи-мәҙәни усаҡтың асылыуына 25 йыл тулыуға арналды.

Сибай ҡалаһы,Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан килгән фольклор ансамблдәре Темәс мәҙәниәт йорто сәхнәһендә осрашып бер‐береһе менән йор һүҙлелектә, отҡорлоҡта, шаянлыҡта ярышты.

Элек- электән һәр ауылдың таҡмаҡсыһы булған. Торған еренән ут сығарған тел оҫталары һуңғы йылдарҙа кәмей бара.Ошондай мәҙәни саралар халыҡ ижадын тергеҙеүгә, уларҙы һаҡлап ҡалыуға мөмкинлек бирә. Бәйгелә жюри ағзалары ансамблдәрҙең сәхнәлә сығыш яһау стиленә, кейемгә һәм таҡмаҡтарҙы башҡарыу оҫталығына ҡарап баһа ҡуйҙы.

Халҡыбыҙҙың ауыҙ‐тел ижадында төп урын алып торған таҡмаҡ жанры һәр заманда ла актуаль булып ҡала. Конкурста боронғо һәм замана таҡмаҡтары, һәр ерлектең үҙенә генә хас таҡмаҡтар тамашасы хөкөмөнә сығарылды.Береһенән‐ береһе сағыу номерҙар менән сығыш яһаған бәйгеселәр араһынан еңеүсе тип Хәйбулла районының «Ҡош юлы» халыҡ фольклор ансамбле билдәләнде.

Автор: Раушания Рәхимова.

Урал аръяғының ете районы таҡмаҡтар ярышында һынау тотто

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров